МӘМЕРЙӘЛӘР
МӘМЕРЙӘЛӘР, рельеф формалары, ер ҡабығының өҫкө өлөшөндәге, ер өҫтөнә сығыу урындары булған эре ҡыуышлыҡтар. Барлыҡҡа килеүҙәре б‑са тәбиғи (эрозия, карст, суффозия, ашалыу, вулканизм, термокарст һ.б. һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә) һәм яһалма мәмерйәләргә бүленәләр. Формалашыу ваҡыты б‑са спелеоциклдарын айырып йөрөтәләр: ҡыҫҡа — 1,5—2 (айырым М.), урта — 15—20 (күп ҡатлы мәмерйәләр системалары), күп ваҡыт оҙонлоғондағы — 100—150 млн йылдар (карслы‑спелеол төбәктәр). Күпселек М. карслы. Карслы М. үҫешендә фреатик (ярыҡлы, соҡорло, каналлы), вадоз (воклюзлы, һыулы‑галереялы), ҡоро (ҡоро галереялы, грот-камералы) стадияларҙы бүлеп йөрөтәләр. Яҫылыҡта таралыуы б‑са — ауыш, горизонталь, вертикаль, структура рәшәткәләренең күренеше б‑са ҡыйғаслы, боролмалы, һыҙма, ботаҡлы, ҡатламлы, селтәрле һәм каркаслы М. айырыла. М. тишектәр, үткәүелдәр, коридорҙар, галереялар, торбалар, ҡоҙоҡтар, шахталар, гроттар, залдарҙан һ.б. тора. М. магистраль юлдары күбеһенсә төбәктәге тектоник ярыҡлыҡтар системаһы б‑са 2 төп — төньяҡ‑көнбайыш һәм төньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәрҙә үҫешә. Үҙән эргәһендәге М. бер өлөшөһыу юлдарында урынлашҡан, уларҙың магистраль йөрөшө башлыса үҙән битләүҙәренә ҡарата параллель ята. Бәләкәй һәм ҙур М. инеү урындарының барлыҡҡа килеүенә М. магистралдәренең һыу юлы векторҙарының турайыуына булышлыҡ иткән эске ҡатламдағы литогенетик ярыҡтар ҙур йоғонто яһай. Эзбиз таштарҙағы М. сталактиттар, сталагмиттар, сталагнаттар, шаршауҙар һ.б. ағып сыҡҡан ойошоуҙар осрай. М. троглобионттар, троглофилдар, троглоксендар (ҡара: Мәмерйә фаунаһы) йәшәй. М. палеогеографик, археологик мәғәнә хас: спелеология фәненең өйрәнеү предметы булып тора. БР‑ҙа оҙонлоғо яҡынса 106 км булған (ҡара: табл.) 936 М. (2012) иҫәпләнә, ш. иҫ. иңҙурҙары: Шүлгәнташ, Киндерле, Сумған. М. күбеһе үҫештең ҡоро стадияһында, яҡынса 20%‑ы вадозлы стадияларҙа урынлашҡан; улар Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүҙәрендә абс. бейеклеге 200—400 м булған аҫҡы ташкүмер, өҫкө‑ һәм аҫҡы девон эзбиз таштарында таралған. М. иртә плейстоценда барлыҡҡа килә башлай, айырыуса миоцен аҙағында — плиоцен башында интенсив үҫешә. Башҡортостандың Уралалды М. пермдең гипстарында, һирәгерәк эзбизташтарында үҫешкән. Гипслы М. күбеһе — Өршәк-Ағиҙел һәм Ҡариҙел‑Эҫем йй. аралыҡтарында урта плейстоценда, эзбизташ М. Өфө яйлаһындағы иртә плейстоцендан иртәрәк формалашҡан. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында М. эзбизташтарҙа, Әй эргәһе тигеҙлегенең көнбайыш өлөшөндә ҡом таштарҙа М.‑ҡоҙоҡтар осрай. Респ. 79 М. һыу ағымы (йылғалар), 68‑ендә — күлдәр, 42‑һендә боҙлоҡтар осрай, М. күбеһендә инфильтрация һәм конденсация тамсылыҡтары күҙәтелә. Күп М. йәй көнө т‑ра 10°С юғарыраҡ, иңһалҡын М. (уртаса т‑ра — 0°С): Асҡын, Ҡасабай, 1‑се һәм 3‑сөҠотоҡ, Леднёв, Боҙло-Йүкәле, Көҙгө, Һалҡын соҡор. 97 хайуан төрҙәре өйрәнелгән, шулар араһынан 3 төрө — троглобионттар (ҡойроҡаяҡлылар), 54‑е — троглофилдар һәм 40‑ы троглоксендар. Умыртҡалыларҙан М. ярғанаттар төркөмө (төн күбәләктәре, ябай оҙон ҡолаҡлы ярғанаттар һ.б.) йәшәй һәм ҡышлай. М. инеү ауыҙы эргәһендә йәбешкәк лишайниктар, мүктәр осрай. Ҡайһы бер М. археологик ҡомартҡылар табылған. Спелеотуризм объекттары булараҡ ҡулланалар.
Ю.В.Соколов
Тәрж. И.М.Япаров
Башҡортостан Республикаһының оҙонлоғо 100 м ашыу булған мәмерйәләре
Исеме |
Оҙонлоғо, м |
Майҙаны, м3 |
Макс. тәрәнлеге, м |
1 |
2 |
3 |
4 |
Көнсығыш Европа тигеҙлегенең карслы иле
|
|||
Ағаръяу |
181 |
240 |
20 |
1‑се Атау-Тамаҡ (Урмантау) |
621 |
1004 |
36 |
Ахунтау |
100 |
490 |
16 |
Биәз (Төнгө) |
100 |
— |
— |
Благовещен (Городков) |
300 |
1008 |
20 |
Венеция |
262 |
520 |
5 |
Ишәй мәмерйәләре |
1002 |
4610 |
26 |
Көтөлмәгән |
301 |
340 |
37 |
Крес тишек (Мәскәү) |
173 |
— |
10 |
Ҡарлыман |
269 |
1153 |
8 |
Ҡорманай (Оло Ҡорманай) |
850 |
1275 |
6 |
2‑се Ҡорманай (Кесе Ҡорманай) |
157 |
347 |
7 |
3‑сө Ҡорманай |
100 |
241 |
1 |
Ҡыҙыл шишмә |
100 |
— |
— |
Ҡыуыштау |
1094 |
5000 |
15 |
Охлебинин |
146 |
5410 |
18 |
Павловка |
100 |
280 |
25 |
1‑се Сабаҡай |
147 |
588 |
7 |
Һыулы 2‑се Мәҡсүт |
152 |
380 |
10 |
Һыуытҡыс |
101 |
510 |
2 |
Шайтан упҡыны |
130 |
1833 |
66 |
Штурмлы |
194 |
388 |
15 |
Әхмәр упҡыны (Вертолёт) |
1768 |
21200 |
50 |
Юбилейный |
170 |
660 |
19 |
Яңы (3‑сө Мәҡсүт) |
120 |
640 |
11 |
Урал карслы иле |
|||
Айболит |
108 |
97 |
21 |
Айыу Осҡан |
161 |
176 |
44 |
Айыулы (Еҙем й.) |
488 |
1700 |
24 |
Айыулы (Ҡурғаш, Бикбулат) |
232 |
420 |
44 |
Алыпҡара (Алып ҡая) |
103 |
738 |
33 |
Антонов |
108 |
218 |
14 |
Арҡалан |
508 |
1149 |
81 |
Арҡа-Йорт |
252 |
603 |
16 |
Асҡын |
230 |
4600 |
24 |
Атыш Сумған (Һыу Сумған) |
194 |
300 |
8 |
Байсланташ (Һөйөклө) |
110 |
337 |
— |
Береш упҡыны |
260 |
406 |
58 |
Бикташ (Нөгөш й.) |
182 |
237 |
11 |
Боҙло‑Йүкәле |
122 |
628 |
23 |
Бурһыҡ (Еҙем й.) |
245 |
600 |
26 |
Бурһыҡ (Ҡотоҡ төбәге) |
340 |
540 |
46 |
В.А.Ануфриев ис. Грандиоз мәмерйәһе |
6150 |
— |
186 |
Винтлы |
270 |
418 |
59 |
Воскресный |
101 |
139 |
— |
Г.А.Максимович ис. Ҡыҙылъяр |
2217 |
6800 |
13 |
Г.В.Вахрушев ис. Ҡамышаҡты |
476 |
952 |
110 |
Голубой |
617 |
1240 |
14 |
Грёзы |
1154 |
2800 |
85 |
Дальний |
868 |
3500 |
111 |
Д.Г.Ожиганов ис. |
245 |
343 |
38 |
Ҙур лабиринтлы |
300 |
450 |
33 |
Е.П.Юшина мәмерйәһе |
100 |
420 |
42 |
Егерме икеләр (Икен) |
312 |
2333 |
5 |
Еңеүҙең 30 йыллығы ис. Киндерле (Еңеү) |
9113 |
43100 |
55 |
Еңеүҙең 60 йыллығы ис. |
350 |
490 |
85 |
2‑се Жемчужный |
131 |
432 |
5 |
Жеребчиковский |
110 |
— |
— |
Журчащий ручей |
100 |
300 |
8 |
Заповедный |
180 |
687 |
— |
Зигзаг |
2500 |
9475 |
120 |
Исемһеҙ (Рәүҙәк й.) |
220 |
264 |
5 |
Искателей |
240 |
604 |
16 |
Иҫке Мораҙым (2-се Мораҙым) |
210 |
588 |
8 |
Иҫке Сәйет |
135 |
496 |
10 |
6-К |
103 |
221 |
8 |
К-10 |
163 |
152 |
8 |
Калибр |
104 |
350 |
29 |
Ключ |
351 |
650 |
75 |
Коралл |
130 |
533 |
— |
Космонавтар (Күлйорттамаҡ) |
420 |
1680 |
24 |
Краснодар |
115 |
117 |
69 |
Крутая |
130 |
90 |
7 |
Күҙгәнәк |
177 |
566 |
3 |
Ҡалҡаман тишеге (Оло Тимер мәмерйәһе) |
1200 |
1600 |
10 |
1‑се Ҡана |
200 |
440 |
3 |
2‑се Ҡана |
142 |
327 |
5 |
Ҡара-Мала |
207 |
164 |
52 |
Ҡаратыш (Өсмөйөш) |
119 |
217 |
54 |
Ҡарһылыу |
110 |
286 |
10 |
Ҡасабай |
137 |
246 |
34 |
Ҡолбаҡ |
225 |
— |
— |
3‑сө Ҡоломбәт |
447 |
1460 |
94 |
1‑се Ҡотоҡ (Боҙло) |
520 |
6448 |
36 |
2‑се Ҡотоҡ (Сталактитлы) |
2050 |
9000 |
110 |
4‑се Ҡотоҡ |
1869 |
6728 |
155 |
5‑се Ҡотоҡ (Иҫке) |
174 |
530 |
35 |
Ҡуҡрауыҡ |
163 |
549 |
4 |
Лаҡлы |
252 |
5288 |
27 |
Леднёв |
766 |
6336 |
55 |
Луговой |
112 |
95 |
36 |
Морозный |
120 |
664 |
26 |
Муйнаҡташ |
256 |
1600 |
5 |
2‑се Мәндәғол (Белоснежка) |
142 |
255 |
— |
Надежд |
141 |
314 |
4 |
Нежный |
278 |
515 |
95 |
Ноҡат (Жемчужный) |
260 |
1253 |
2 |
2‑се Нөгөш |
108 |
306 |
— |
Октябрь |
1523 |
8377 |
98 |
Олимпия |
1409 |
9600 |
122 |
Осенняя |
105 |
126 |
21 |
Отважный |
105 |
130 |
19 |
Охотничий |
233 |
461 |
63 |
Печенька |
318 |
— |
136 |
Поддорожный |
110 |
228 |
7 |
Привальный (Придорожный) |
160 |
320 |
38 |
Прямая |
100 |
360 |
— |
Рай |
260 |
464 |
58 |
Рыбный |
126 |
345 |
— |
Рәсәй (2‑се Ҡуҡрауыҡ) |
240 |
204 |
11 |
Савский Грифон |
300 |
— |
— |
Свадебный |
450 |
1665 |
75 |
Сказка |
1160 |
2000 |
18 |
Случайный (Ҡотоҡ төбәге) |
105 |
170 |
24 |
Случайный (Ташэлгән й.) |
100 |
240 |
18 |
Соҡорой |
135 |
486 |
10 |
Соҡорой шишмәһе |
320 |
— |
41 |
Сөйөш |
260 |
— |
30 |
Сумған |
9860 |
52260 |
134 |
1‑се Сүсән буйы |
265 |
795 |
6 |
Сыңғырауыҡ |
4400 |
8687 |
90 |
Табаска |
893 |
— |
84 |
Тарыуал (Кәбән-Таш) |
324 |
778 |
32 |
Тарыуаллы |
135 |
297 |
11 |
Таш Йорт (2‑се Таш Өй) |
117 |
496 |
— |
1‑се Таш Өй (Һарғай) |
110 |
212 |
— |
Ташкеләт (Медвежья) |
235 |
600 |
25 |
1‑се Ташлуй |
450 |
3645 |
6 |
2‑се Ташлуй |
115 |
480 |
6 |
3‑сө Ташлуй |
233 |
— |
— |
Тёрка (Обвальный) |
116 |
255 |
12 |
Тимер (Кесе Тимер) |
272 |
750 |
10 |
Тирмән Таш |
110 |
502 |
3 |
Трёх |
334 |
667 |
16 |
Туфового Ручья |
133 |
372 |
13 |
Упрямцев |
126 |
95 |
— |
Ураҡай |
480 |
960 |
6 |
Усман |
349 |
733 |
— |
Үрге (Ағиҙел й.) |
230 |
308 |
6 |
Үрге (Ләмәҙ й.) |
136 |
637 |
— |
Ф.Э.Дзержинский ис. |
200 |
320 |
27 |
Хажы (Тирмән-Таш) |
214 |
642 |
4 |
Хлебодаровский (Подарочный) |
3550 |
18000 |
48 |
Һалҡын соҡор |
410 |
1025 |
54 |
Һандыҡташ |
112 |
437 |
9 |
Һыу Сумған (Атыш Сумған) |
194 |
350 |
8 |
Холодок |
200 |
— |
40 |
Чистый |
145 |
203 |
45 |
Шоколад |
115 |
76 |
34 |
Штучка |
1333 |
– |
152 |
Шүлгәнташ |
2910 |
20500 |
82 |
Ыласын |
487 |
1025 |
17 |
Ысайры |
104 |
177 |
9 |
2-се Юрмаш (Соҡорой) |
193 |
200 |
— |
Яңы Арҡалан |
125 |
396 |
32 |
Яңы Мораҙым-Һыу ағыҙыусы |
1850 |
7000 |
108 |
Яуымбай (Йылы) |
113 |
148 |
7 |