ХЕҘМӘТ БАҘАРЫ
ХЕҘМӘТ БАҘАРЫ, эшсе көсө баҙары. Х.б. ситуация хеҙмәткә һорау һәм тәҡдимдең нисбәте м-н билдәләнә, уның һөҙөмтәһендә баҙарҙа эшсе көсөнә тиң хаҡ урынлаша һәм иҡтисадта мәшғүллек (эшһеҙлек) кимәле асыҡлана. Хеҙмәткә һорау – түләй алыу һәләтен һәм производство ихтыяждарын иҫәпкә алып эш биреүселәргә талап ителгән ялланма эшсе көсө йыйылмаһы; тәҡдим – иҡт. әүҙем халыҡ һаны. Х.б. үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим иткән хеҙмәткә яраҡлы халыҡ эшләгәндәргә (мәшғүл) һәм эшләмәгәндәргә, әммә әүҙем эш эҙләүселәргә (эшһеҙҙәр) бүленә. Х.б. конъюнктураһы илдәге иҡт. хәлгә, етештереү көстәрен урынлаштырыу характерына, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең үҫеү кимәленә, хеҙмәт ресурстарының терр. мобиллегенә, халыҡтың белем һәм профессиональ кимәленә һ.б. бәйле. Терр., тармаҡ, проф. Х.б. айырыла. Х.б. функциялары: ялланма хеҙмәтте (хеҙмәт көсөн) рациональ йәлеп итеү, бүлеү, көйләү һәм файҙаланыу; эшсе көсөн яңыртып етештереү өсөн эшкә мәшғүл халыҡтың килемдәренең етерлек кимәлдә булыуын тәьмин итеү.
Рәсәйҙә 20 б. 90-сы йй. башына тиклем халыҡтың дөйөм мәшғүллеге принцибы эшләгән, дәүләт төп эш биреүсе булған, ул халыҡ хужалығында эш хаҡын көйләгән, пр-тиеларға эшселәрҙе йәлеп иткән, иҡтисад талаптарын иҫәпкә алып белгестәр әҙерләгән. Х.б. баҙар иҡтисадына күскәндән һуң формалаша башлай. Уның үҫешендә эшһеҙлек барлыҡҡа килә һәм көсәйә. 1991 й. “РСФСР-ҙа халыҡтың мәшғүллеге тураһында” закон ҡабул ителә, эш эҙләүсе граждандарға ярҙам итеү өсөн дәүләт мәшғүллек хеҙмәттәре булдырыла, шәхси кадр агентлыҡтары ойошторола. Башҡортостанда Х.б. банк өлкәһе, бәләкәй һәм урта бизнес, инфраструктура үҫешенә бәйле яңы баҙар сегменттары барлыҡҡа килеү хас, был юриспруденция, финанс, кредит, страховкалау, менеджмент һәм маркетинг өлкәһендә белгестәргә һорау тыуҙыра. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән өлкәһендә эшләгән кешеләрҙең һаны кәмей, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, төҙөлөш, идара итеү, мәғариф һ.б. өлкәләрҙә эшләгәндәрҙең һаны арта. БР Халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү б-са координация ком-ты ойошторола, уның ағзалары — дәүләт власы, урындағы үҙидара, респ. ҙур пр-тиелары, профессиональ союздар вәкилдәре, эшҡыуарҙар (2001). Х.б. көсөргәнешлектең (рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һанының вакант эш урындары һанына сағыштырмаһы) иң юғары күрһәткестәре 1996—98 йй. һәм 2009—10 йй. күҙәтелә (ҡара: 46-сы биттәге һүрәт). 2010 й. алып БР-ҙа Х.б. көйләү һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү өсөн дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла, 2016 й. БР Х.б. көсөргәнешлекте кәметеү б-са өҫтәмә саралар т-да программа ҡабул ителә. БР-ҙағы иҡт. әүҙем халыҡ һанын һәм структураһын (Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы б-са) табл. ҡарағыҙ.
С.С.Ҡорбанова
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов