Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАВЛОВ Сергей Владимирович

Просмотров: 1288

ПАВЛОВ Сергей Владимирович (2.2.1955, Өфө), математик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) ӨДАТУ‑ла (өҙөклөк м‑н) эшләй, 2003 й. алып геомәғлүмәт системалары каф. мөдире. 1994–2003 йй. БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда дир. урынбаҫары. 2013 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ б‑са ком‑ты рәйесе урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре экология, тәбиғәтте һаҡлау, тәбиғәт ресурстарын һәм технологик системаларҙы контролдә тотоу һәм күҙаллау проблемаларына арналған. П. тарафынан геомәғлүмәт системаларын төҙөү һәм индереүҙең һөҙөмтәле булыуын арттырыр өсөн арауыҡ мәғлүмәттәре (картография һәм атрибутика мәғлүмәттәре) базаһын проектлау ысулдары һәм алгоритмдары, мәғлүмәт базаларының (күп үлсәмле мәғлүмәт объекттары һәм улар м‑н башҡарылған операциялар) логик моделдәрен проектлау принциптары уйлап табылған. Асыштары тирә‑яҡ мөхиттең, БР халҡының һәм терр‑яһының торошон комплекслы рәүештә баһалау һ.б. өсөн файҙаланылған. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 5 уй‑ лап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың 5‑се саҡыры‑ лыш депутаты.

Хеҙм.: Построение системы стратегического управления безопасностью населения субъекта Российской Федерации (опыт Республики Башкортостан). Уфа, 1999 (авторҙ.); Создание инфраструктуры пространственных данных Республики Башкортостан на основе геоинформационных технологий. Уфа, 2008 (авторҙ.); Геоинформационные технологии и информационная поддержка деятельности городских органов внутренних дел: опыт Республики Башкортостан. Уфа, 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019