Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИСУЛЬФИДТАР

Просмотров: 1075

ПОЛИСУЛЬФИДТАР, (—R—Sm—)n дөйөм формуланың (бында R — алифатик радикал) төп сылбырында көкөрт күп булған полимерҙар. Көкөрт атомының һанына ҡарап полиорганилмоносульфидтар, ‑дисульфидтар, ‑тетрасульфидтар, ‑полисульфидтарҙы айыралар. П. шулай уҡ сульфид төркөмөндә 2 йәки 4 көкөрт атомы, алифатик радикалда этил‑(бутил) ‑эфир йәки этилформаль төркөмдәр булған олигомер һәм каучукка оҡшаш тиоколдарҙы индерәләр. Юғары молекуляр (мол. м. 200—500 мең, тығыҙлығы 1270—1600 кг/м3) һыҙыҡлы П. — ҡаты матдә, тармаҡлы структуралы олигомер (мол. м. 500—7500, тығыҙлығы 1470—1586 кг/м3) дисульфидтар — шыйыҡлыҡтар. Ҡаты П. дым, газ үткәрмәй, эреткестәр, минераль майҙар, яғыулыҡтар тәьҫиренә тотороҡло, шыйыҡтары — яҡтылыҡ тәьҫирендә үҙенсәлектәрен һаҡлай, диоксан, бензол, толуол һ.б. м‑н ҡушыла. П. химик, радиацион тотороҡлоғо һ.б. үҙенсәлектәре көкөрт атомы, молекулаларҙа сикке углерод‑углерод бәйләнештәре һанына, тиоколдарҙыҡы реакцияға һәләтле тиол төркөмдәр булыуына бәйле. Тиоколдарҙың вулканизацияһы йомшаҡ шарттарҙа, түбән усадкала үтә; вулканизаттар термик, химик яҡтан тотороҡло, механик үҙенсәлектәре күп кенә резиналар һәм резина‑техник изделиеларҙан ҡайтыш. Һелтеле металдарҙың П. алифатик дигалоид сығарылмалары м‑н поликонденсация үткәреп, моносульфидтарҙы — тииран циклын полимерлашыу юлы м‑н асып алалар. Сығарылған продукцияның 90%‑ҡа яҡынын тиоколдарҙың һыулы дисперсиялары — латекстар тәшкил итә. Герметиклаштырыусы составтар, һаҡлағыс ҡаплауҙар һ.б. итеп ҡулланалар. Башҡортостанда 20 б. 70—80‑се йй. Химия ин‑тында С.Р.Рафиҡов етәкс. НИИнефтехим м‑н берлектә полиметиленмоносульфидты синтезлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Р.М.Мәсәғүтов, Ю.Е.Никитин, А.Х.Шәрипов, Р.С.Әлиев һ.б. тарафынан уны көкөртлө водород м‑н формальдегидтан катализаторҙар (аминдар) булғанда алыу ысулы эшләнә; Р.Р.Ғәфиәтулллин, Ф.Р.Исмәғилев, Әлиев тарафынан Туймазы газ эшкәртеү заводында, Шкапов газ эшкәртеү заводында әсе газдарҙы көкөртлө водородтан таҙартыу өсөн индерелә. Ғ.Ғ.Бикбаева, Ю.А.Золотов, Ю.И.Муринов, Никитин, Әлиев һ.б. тарафынан минераль сеймалда, технологик эретмәләрҙә һәм сәнәғәт ағынтыларында затлы металдарҙы, ауыр металдарҙы табыу өсөн Сульфан сорбенты уйлап табыла. 90‑сы йй. аҙ. Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында, “Содействие” ЯСЙ‑нда тиоколды синтезлау, уның нигеҙендә композициялар эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (С.Г.Карчевский, С.Н.Лакеев, Ю.А.Сангалов). Натрий П. хлорорганик берләшмәләр ҡатышмаһы м‑н (“Каустик” ААЙ‑нда эпихлоргидрин етештереүҙең өҫтәлмә продукттары) м‑н һыуһыҙ мөхиттә поликонденсациялап аморф структуралы термототороҡло тиоколдар, дигидроксиэтилполисульфидтыҡынан — эластомер тиоколдар һәм диэтил эфир (Тиокол ДА сәнәғәт маркаһы аналогы), диэтил эфир һәм малеин ангидриды, диэтил эфир һәм фталь ангидриды фрагментлы тиоколға оҡшаш полимерҙар алынған. Шыйыҡ көкөрттә составында көкөрт күп булған композициялар етештереү технологияһы булдырылған (герметиктар, замазкалар, бәйләүестәр, серобетон).

Әҙәб.: Промышленные полисульфидные олигомеры: синтез, вулканизация, модификация. Казань, 2004.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: