ҺАҠМАР ЯРУСЫ
ҺАҠМАР ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан икенсе бүлексәһе. Әселе ярусында ята, әртә ярусы м‑н ҡаплана. В.Е.Руженцев тарафынан айырып күрһәтелә (1936). Стратотибы Ырымбур өлк. Кондуровка а. янындағы Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан, ҡалынлығы 900 м булған ҡомташ, мергель, эзбизташ ҡатламдарынан тора. Таҙтүбә һәм стәрлетамаҡ горизонттарына бүленә. БР терр‑яһында Һ.я. карбонатлы һәм терриген‑карбонатлы ултырмаларҙан ғибәрәт. Фораминифералар, радиоляриялар, мәрйендәр, остракодалар, бүздәктәр, конодонталар, аммоноидеялар, миоспоралар һ.б. хас. Башҡортостандың платформалы өлөшөндә Һ.я. ҡатламдары скважиналар м‑н асыла, ҡалынлығы 110—300 м булған эзбизташтарҙан һәм доломиттарҙан тора. Уралдың алғы йыйырсыҡтар зонаһында Һ.я. тоҡомдары ер өҫтөнә сыға. Урал алды бөгөлөнөң тышҡы зонаһында Һ.я. риф массивтары (Ишембай һәм Дыуан рифтары) барлыҡҡа килтергән биогерм (палеоаплизина, бүздәк, ылымыҡ) һәм органоген‑детрит эзбизташтарынан ғибәрәт, ҡалынлығы 500 м тиклем. Бөгөлдөң үҙәк зонаһында ҡалынлығы 50 м тиклем булған, мергелдәр, аргиллиттар, эзбизташтарҙан торған киҫелештең депрессия тибы, эске зонаһында эзбизташтар, мергелдәр, аргиллиттарҙан торған флиш тибы таралған; стәрлетамаҡ горизонтында ҡомташтар, гравелиттар, эзбизташлы конгломераттар (1000 м ашыу) килеп сыға.
Е.И.Кулагина
Тәрж. Э.М.Юлбарисов