Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САНДУРСКИЙ Богуслав Флорионович

Просмотров: 1585

САНДУРСКИЙ Богуслав Флорионович (2.1.1930, Украина ССР‑ының Яңы Бубновка а. — 4.11.2020, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1990), РФ‑тың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1991), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1980), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1992). Львов политехник институтын тамамлағандан һуң (1954) “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығының өлкән мастеры, инженер‑механигы; 1959 й. алып “Арланнефть” НГДУ‑һының баш механигы, партия комитеты секретары; 1972 й. — “Южарланнефть” НГДУ‑һының баш инженеры, начальнигы; 1984 й. — “Башнефть” ПБ‑ның генераль директор урынбаҫары, 1985—93 йй. генераль директоры. С. етәкселегендә нефткә һәм газға геология‑разведка эштәре, республиканың, Көнбайыш Себерҙең нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм төҙөкләндереү ойошторолған. СССР ЮС‑ының 12‑се, БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. Октябрь Революцияһы (1982), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1977, 1988) ордендары менән бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.08.2022
Связанные темы рубрикатора: