Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕКРЕАЦИОН АҒАС УЛТЫРТЫУ

Просмотров: 1298

РЕКРЕАЦИОН АҒАС УЛТЫРТЫУ, урман фондының ял итеү, һаулыҡты нығытыу һ.б. маҡсаттар өсөн тәғәйенләнгән бер өлөшө (ҡара: Рекреацион ресурстар). Р.а.у. ҡалалар һәм ауылдар, урман парктары, йәшел (һаҡлана торған) зона, шифахана- курорт учреждениелары һ.б. эсендә ултыртылған ағастар инә. Шулай уҡ пляжға, туристарҙың туҡталыу урынына, автомобилдәр ҡуйыу урынына, автомобиль юлдарына һ.б. йәнәшә торған урман һыҙаттары рекреацион функция үтәй. Р.а.у. терр‑ялары интенсив (күмәк) һәм уртаса (ял итеү) барыу зоналарына айырыла. Яһалма Р.а.у. булдырғанда башлыса уңайһыҙ һәм антропоген тәьҫиргә тотороҡло имән, йүкә, ҡарағай, шыршы ҡулланыла. БР‑ҙа 2008 й. Р.а.у. дөйөм майҙаны 373,9 мең га (урман майҙанының 6%‑ы) тәшкил итә. Рекреацион тәғәйенләнешле урмандарҙың байтаҡ өлөшө Белорет, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. урынлашҡан; Үҙәк Ағиҙел буйы урмандары (һыйҙырышлығы 310 мең кеше, үткәреү һәләте йылына 2990,8 мең кеше), ш. уҡ махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре, мәҫ., Башҡортостан милли паркы (20,8 һәм 284,2), макс. антропоген йөкләнешкә дусар була. Аграр университетта Р.а.у. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 80‑се йй. алып үткәрелә: ултыртылған ағастарҙың төр составына, төҙөлөшөнә, урман төрөнә һәм урман үҫеше шарттарына бәйле Р.а.у. формалашыуы һәм дигрессияланыуының законлылыҡтары билдәләнә, өҙлөкһөҙ файҙаланылған балансланған Р.а.у. продуктлылығын үҫтереү б‑са теоретик нигеҙҙәр һәм практик алымдар һ.б. эшләнә (С.И.Конашова, Ә.Ф. Хәйретдинов).

Әҙәб.: Х а й р е т д и н о в А.Ф., К о н а ш о в а С.И. Рекреационное лесоводство. М., 2002.

С.И.Конашова, Ә.Ф.Хәйретдинов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: