Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы

Просмотров: 1769

ӨФӨ, Ҡ а р и ҙ е л, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Юрмый тауының (Силәбе өлк.) төньяҡ‑көнсығыш битләүендәге Уралтау һыртында башлана, Өфө күленән ағып сыға. Силәбе һәм Свердловск өлк. буйлап көньяҡтан төньяҡ‑көнбайышҡа, артабан БР‑ҙың Дыуан, Ҡариҙел, Благовещен һәм Нуриман р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға. Ағиҙел й. (тамағынан 487 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 918 км, басс. майҙаны 53100 км2, дөйөм түбәнәйеүе 388 м. Башҡортостанда оҙонлоғо 390 км. Был участкала туйы‑ ныуы ҡатнаш. Йыллыҡ аҡманың 60,5%‑ы — яҙғы (апр.—июнь), 28,6%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июль—нояб.), 10,9%‑ы ҡышҡы (дек.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 388 м3/с. Йылға басс. Өфө яйлаһы сиктәрендә урынлашҡан; девон, карбон (карбонат, кремнийлы‑балсыҡлы ҡатламдар, ҡомташ, һәүерташ һ.б.), аҫҡы (карбонат, гипс һ.б.) һәм өҫкө пермь (ҡомташ, алевролит, эзбизташ, мергель, конгломерат һ.б.), неоген, квартер (күл‑һаҙ һәм аллювиаль ҡатламдар) тоҡомдарынан тора. Карст үҫешкән, Красный Ключ карст сығанағы бар. Ландшафы үрге ағымда ҡара болон тупрағындағы, кәҫле көлһыу тупраҡтағы һәм һоро урман тупрағындағы ҡатнаш, ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы һәм ҡайын урмандарынан, күрән‑һаҙ мүге үҫкән һаҙлыҡтарҙан, ҡоро болондарҙан ғибәрәт; түбәнге ағымда ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупраҡтарындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора. Басс. яҡынса 59%‑ын урман ҡаплаған, 45%‑ы һөрөлгән, 1%‑ы һаҙланған. Дыуан р‑ны Усть‑Әйәҙ а. алып Өфө ҡ. тиклем суднолар йөрөй. Йылғала Павловка һыуһаҡлағысы һәм Павловка ГЭС‑ы төҙөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Төй, Уҫы, Иҙәк; һул — Әй, Йүрүҙән, Салдыбаш, Юрмаш һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: