Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӨРӘК ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕ

Просмотров: 896

ЙӨРӘК ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕ, йөрәк һәм унан башланған эре ҡан тамырҙарының урын торошонда һәм морфологик структураһында (клапандар, тишектәр, ҡыуышлыҡтар араһындағы бүлгеләр) норманан ситкә тайпылыштар. Й.е. тыумыштан булған, тормошта барлыҡҡа килгән һ.б. төрҙәргә айырыла. Тыумыштан булған Й.е. сәбәптәре: яралғы хасил булған ваҡытта эске (нәҫелдән бирешеүсәнлек) һәм тышҡы — физик (ионлаштырыусы нурҙар), химик (ҡайһы бер химик матдәләр, күҙәтелеп‑тикшерелеп тормайынса дарыуҙар ҡулланыу, алкоголизм, тәмәке тартыу һ.б.) һәм биол. (ҡыҙылса, грипп, цитомегаловирус инфекцияһы һ.б.) факторҙар тәьҫире; тормошта барлыҡҡа килгән Й.е. — ревматизм, инфекциялы эндокардит, атеросклероз, миокард инфаркты, тоташтырғыс туҡыма ауырыуҙары, травмалар һ.б. Төп симптомдары: тын ҡыҫылыу, йөрәк тулауы, физик көсөргәнештә тиҙ арыу, йөрәк ауыртыу, балаларҙың физик үҫешендә тотҡарлыҡ һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: йөрәк етешмәүсәнлеге, аритмиялар, тромбоэмболиялар һ.б. Диагностика өсөн клиник, мед.‑генетик һәм инструменталь тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: үҙ ваҡытында эшләнелгән хирургик коррекция, симптоматик терапия. Башҡортостанда тыумыштан булған Й.е. коррекциялау б‑са эшләнгән операциялар һаны: 2009 й. — 394, 2010 — 416, 2011 — 443; тормошта барлыҡҡа килгән Й.е. ошоға ярашлы — 296; 302 һәм 342. 20 б. 50‑се йй. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) Е.Н.Третьякова етәкс. балаларҙа ревматологик Й.е. этиологияһы һәм патогенезы тикшерелә. Тыумыштан булған Й.е. һәм тормошта барлыҡҡа килгән Й.е. коррекциялау б‑са беренсе уңышлы операциялар Н.Ғ.Ғатауллин тарафынан эшләнә. 60—70‑се йй. балаларҙа ревматологик тормошта барлыҡҡа килгән Й.е. алдан иҫкәртеү ысулдары эшләнә (С.Е.Беляев, Л.Д.Ғатауллина), эшләп торған йөрәкте хирургик дауалау ысулдары камиллаштырыла (Ғатауллин, Р.П.Козленко). 1976 й. алып Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында гипотермия шарттарында асыҡ йөрәктә, 1978 й. — яһалма ҡан әйләнеше урынлаштырылғанда (Ю.Б.Ионис, Р.Ф.Мөхәммәтрәхимов, Ф.Ф.Мөхәмәтрәхимов, Ф.Я.Яруллина) тыумыштан булған Й.е. коррекциялау б‑са операциялар эшләнә. 90‑сы йй. башлап Й.е. диагностикалау ысулдары, хирургик ярҙам ойоштороу камиллаштырыла, Й.е. м‑н ауырыусыларҙы диспансерлаштырыу үткәрелә, операцияларҙың оҙаҡ ваҡыт уҙғандан һуң һөҙөмтәләре тикшерелә (Г.З.Ғүмәрова, А.А.Евсюков, Козленко), хирургик дауалау һәм өҙлөгөүҙәрҙе алдан иҫкәртеү ысулдары камиллаштырыла (Евсюков, В.В.Плечев, Н.Ғ.Сибәғәтуллин, В.А.Сурков). 2001 й. алып Респ. кардиология диспансерында кескәй йәштәге балаларҙа яһалма ҡан әйләнеше шарттарында, 2002 й. башлап яңы тыуған балаларҙа Й.е. булғанда (Д.В.Онегов, Сурков) операциялар башҡарыла. Тыумыштан Й.е. булған балаларҙы реабилитациялау (А.А.Исмәғилева, Р.Р.Раянова) һәм мед. ярҙамын ойоштороу ысулдары (Р.Н.Вәлиева, В.А.Малиевский, С.Ш.Мырҙабаева) камиллаштырыла, кескәй, ш. иҫ. яңы тыуған балаларҙа, тыумыштан булған Й.е. асыҡлау һәм диспансер күҙәтеүе б‑са компьютер программалары төҙөлә (Онегов, Р.В.Рәхмәтуллина, Сибәғәтуллин, Л.Р.Шәйбәкова).

В.А.Сурков

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: