Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТӘ ҺЫҒЫЛМАЛЫЛЫҠ

Просмотров: 1967

ҮТӘ ҺЫҒЫЛМАЛЫЛЫҠ, поликристаллик ҡаты есемдәрҙең һуҙыу ваҡытында ғәҙәттән тыш пластик деформацияланыу һәләте. Был ваҡытта өлгөләр бер нисә мең процентҡа тиклем һуҙыла, ғәҙәти пластик деформация ваҡытында поликристаллик материалдар бер нисә тиҫтә процентҡа тиклем генә оҙоная. Структур һәм фаза үҙгәреү м‑н бәйле булған Ү.һ. айырыла. Структур Ү.һ. кристаллиттарының (бөртөктәренең) үлсәме 10 мкм кәм булған поликристаллик материалдарҙа була, т‑ра һәм тиҙлектәрҙең билдәле сиктәрҙәге диапазонында күҙәтелә һәм ғәмәлдә ҡулланыла. Башҡортостанда Ү.һ. өйрәнеү 20 б. 70‑се йй. Авиация техник университетында (О.Ә.Ҡайбышев, М.Х.Рабинович) башлана, 80‑се йй. уртаһынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында дауам ителә. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында Ү.һ. теорияһы эшләнгән (В.В. Астанин, Ҡайбышев, А.И. Пшеничнюк), күренештең универсаль булыуы һәм ғәмәлдә теләһә ниндәй сәнәғәт иретмәһен Ү.һ. хәленә әйләндереү мөмкинлеге асылған. Аҙ деформациялана торған материалдарҙың (интерметаллидтар, керамика) Ү.һ. асыҡланған һәм өйрәнелгән. Материалдарҙа субмикро‑ һәм нанокристаллик структура барлыҡҡа килгәндә һуң уларҙа юғары тиҙлектәге һәм түбән температуралы Ү.һ. күҙәтелеү мөмкинлеге асылған. Ү.һ. материалдың формаһын локаль үҙгәртеү, ш. уҡ ҡаты хәлдәге органик булмаған материалдарҙың иретеп йәбештереү процесын тиҙләтеү өсөн һөҙөмтәле булыуы фәнни яҡтан иҫбатланған (Р.Й.Лотфуллин). Ҡатмарлы формалағы изделиеларҙы күләмле итеп штамплау (А.Г. Ермаченко, В.Г.Трифонов), автомобиль тәгәрмәстәре өсөн дискыларҙы һәм газ турбиналарын йәйеү (Ф.З. Үтәшев), матрицалары үтә ныҡ һәм юғары модулле бор сүстәре м-н арматураланған алюмин, магний, титан нигеҙендәге еңел иретмәләрҙән торған композиттар алыу (Астанин), көплөктәрҙе һәм күп ҡатлы күҙәнәкле конструкцияларҙы иретеп йәбештереү юлы м-н формалау (А.А. Круглов, Лотфуллин, Р.В.Сафиуллин) технологиялары эшләнгән. 1989 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (О.Р.Вәлиәхмәтов, Р.М.Ғәлиев, Р.Р. Мөлөков, Г.А.Салищев), 1995 й. — Перспективалы материалдар физикаһы ин‑тында (Р.З.Вәлиев) деформация ҡулланып эшкәртеү ысулы м‑н наноструктур материалдар алыу б‑са тикшеренеүҙәр башлана. Өфөлә 1978 й. металдарҙың Ү.һ. б‑са 1‑се Бөтә Союз конф., 1994 й. — перспектив материалдарҙың Ү.һ. б‑са Халыҡ‑ара конф. күсмә сессияһы үткәрелә, унда 16 илдең (ш. иҫ. БДБ илдәренең) вәкиле ҡатнаша. Респ. ғалимдары тарафынан Ү.һ. б‑са уйлап табыуҙарға 250‑нән ашыу Рәсәй һәм сит ил патенты алынған.

Әҙәб.: К а й б ы ш е в О.А., У т я ш е в Ф.З. Сверхпластичность, измельчение структуры и обработка труднодеформируемых сплавов. М., 2002.

Р.Й.Лотфуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019