АЛЕКСЕЕВ Павел Фёдорович
АЛЕКСЕЕВ Павел Фёдорович (7.7.1912, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы а., хәҙер Белорет ҡ., — 28.4.1985, Дондағы Ростов ҡ.), лётчик, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ульяновск инструктор‑лётчиктар авиация мәктәбен тамамлаған (1937). 1932—33 йй. һәм 1938—63 йй. Совет армияһында. 1941 й. алып Воронеж, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се һауа армияһы 8‑се гвардия штурмлау авиация дивизияһы 142‑се гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны А. 134 хәрби осошта (1945 й. майына ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943 й. авгусы һәм декабре, 1945), Александр Невский (1944), 1‑се (1943, 1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1956) ордендары менән бүләкләнгән. А. исеме Белорет ҡ. урамға бирелгән, Белоретта һәм Пласт ҡ. уға һәйкәлдәр ҡуйылған.
Әҙәб.: К у л и к о в В. Гордость отца //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина