АКАДЕМИЯ
АКАДЕМИЯ, ҡайһы бер фәнни учреждение һәм уҡыу йорттары исеме. Башҡортостанда БР Фәндәр академияһы һәм РФА Өфө фәнни үҙәге эшләй. Респ. РФА‑ның 2 акад. (Р.И.Ниғмәтуллин, М.С.Юнысов) һәм 5 мөхбир ағзаһы (Х.Н.Ғиззәтуллин, У.М.Джемилев, М.Ә.Илһамов, В.В.Напалков, В.Н.Пучков), 1 Рәсәй мед. фәндәре акад. мөхбир ағзаһы (В.М.Тимербулатов), 1 Рәсәй мәғариф акад. мөхбир ағзаһы (К.Ш.Әхиәров), 1 Рәсәй а.х. фәндәре акад. мөхбир ағзаһы (У.Ғ.Ғосманов), 1 Рәсәй художество акад. мөхбир ағзаһы (С.Б.Краснов) эшләй. 1990‑сы йй. РФ‑та дәүләткә ҡарамаған фәнни үҙидара берекмә булараҡ эшләгән йәмәғәт А. ойошторола башлай. БР‑ҙа РФ Технология фәндәре А. Башҡ‑н бүлексәһе (1993), РФ Гуманитар фәндәр А. Башҡ‑н бүлексәһе (1994), РФ Тәбиғәт фәндәре А. Башҡ‑н дисциплина‑ара бүлексәһе (1996), РФ Хәрби фәндәр А. төбәк бүлексәһе (1998), Тау фәндәре А. Көньяҡ Урал бүлексәһе (1999) һ.б. булдырыла. А. статусына эйә булған юғары уҡыу йорттарына Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Иҡтисад һәм сервис академияһы, Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы, Сәнғәт академияһы инә.
Ә.З.Гәрәев
Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина