АВКСЕНТЬЕВ Николай Дмитриевич
АВКСЕНТЬЕВ Николай Дмитриевич (29.11.1878, Пенза ҡ. — 4.3.1943, Нью‑Йорк ҡ., АҠШ), сәйәси эшмәкәр. Филос. ф. д‑ры (1905). Дворяндарҙан. 1905 й. алып Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. Галле ун‑тын тамамлаған (1905). 1906 й. революцияла (1905—07) ҡатнашҡаны өсөн Тубыл губ. Обдорск а. һөргөнгә ебәрелә, 1907 й. сит илгә ҡаса. 1917 й. майынан Петроград крәҫтиән депутаттары советының башҡарма ком‑ты рәйесе, июль—авг. Ваҡытлы хөкүмәттең эске эштәр министры, сент.—окт. Демократик кәңәшмә һәм Рәсәй респ. Ваҡытлы Советы рәйесе. Чехословак айырым корпусының советтарға ҡаршы сығышын әҙерләүҙә ҡатнаша. 1918 й. сент.—нояб. Өфө дәүләт кәңәшмәһе һәм Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте рәйесе. 4 нояб. Рәсәйҙә өлкә хөкүмәттәрен, ш. иҫ. Башҡорт хөкүмәтен бөтөрөү т‑да грамотаға ҡул ҡуя. 18 нояб. А.В.Колчак бойороғо б‑са ҡулға алына һәм 21 нояб. Рәсәйҙән Ҡытайға ҡыуыла. 1919 й. алып Парижда, 1940 й. — Нью-Йоркта йәшәй.
Хеҙм.: Сверхчеловек. СПб., 1906.
Әҙәб.: Зензинов В. Из жизни революционера. Париж, 1919; Чернов В.М. Перед бурей: воспоминания. М., 1993.
И.Ф.Плотников
Тәрж. Д.К.Үзбәков