АРХЕОЛОГИЯ
АРХЕОЛОГИЯ (архео... һәм ...логия), кеше эшмәкәрлегенең матди ҡалдыҡтарына таянып, үткәндәрҙе өйрәнеүсе һәм тергеҙеүсе фән. Ерҙә кеше барлыҡҡа килгәндән алып хәҙ. осорға тиклемге киң тарихи‑мәҙәни үҫеш дәүерен өйрәнә. Археологик осорҙарға бүлеү б‑са дәүер таш быуатҡа, бронза быуатына, тимер быуатҡа бүленә. А. өйрәнеү объекты — археологик ҡомартҡылар. Башҡортостанда археологик ҡомартҡыларҙы асыҡлау һәм теркәү 1768—74 йй. Академик экспедициялар ваҡытында башлана, уларҙа ҡатнашҡан И.И.Лепёхин, П.С.Паллас, Н.П.Рычков Благовещен, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Ырымбур губернаһының башҡа торама пункттары тирәһендәге боронғо ҡурғандарҙы, ҡаласыҡтарҙы һәм рудниктарҙы тасуирлай. 19 б. 2‑се ярт. Өфө губерна земствоһының статистика ком‑ты һәм Өфө губерна музейы (ҡара: Милли музей) ойошторолғандан һуң, Өфө губернаһындағы археологик ҡомартҡыларҙы өйрәнеүгә тәүге ынтылыштар яһала. Өфө губерна статистика ком‑ты ағзаһы Р.Г.Игнатьев Бөрө ҡаласығын, Ҡараабыҙ ҡаласығын һәм Шайтан ҡаласығын өйрәнә, ш. уҡ Өфөлә мосолман зыяратындағы, Мейәс алтын приискыларындағы дайсаларҙа һәм Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсер-Буран а. (хәҙ. Ауырғазы р‑ны) янындағы ҡурғандарҙа ҡаҙыу эштәре алып бара. 80‑се йй. аҙ. Ф.Д.Нефёдов Өфө эргәһендә эҙләнеүҙәрҙе яңырта. Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Турбаҫлы а. (хәҙ. Благовещен р‑ны) янында ул иртә Урта быуат дәүеренә ҡараған 40‑тан ашыу ҡурған, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Япрыҡ а. (хәҙ. Туймазы р‑ны) янында бронза быуатының ҡурған ҡәберлеген ҡаҙый. 90‑сы йй. башында ул Ҡараабыҙ, Шайтан һәм Юлдаш ҡаласыҡтарында ҡаҙыу эштәре үткәрә. Өфө губерна музейына боронғо әйберҙәр, мәҫ., Бөрө ҡ. янында табылған бронза биҙәүестәр, бронза ҡоралдар хазинаһы (ҡара: Миловка хазинаһы) тапшырыла. 1902 й. һәм 1904 й. был коллекцияларҙы тикшеренеүсе Н.И.Булычев тасуирлай. 19 б. аҙ. А.А.Спицын Ағиҙел й. басс. ҡомартҡыларын (Бөрө, Дүртөйлө һәм Костарёв ҡаласыҡтарын) өйрәнә. 20 б. башында Башҡортостандағы ҡомартҡыларҙы С.Р.Минцлов (Табын ҡаласығы һәм Красноусол ҡурғандары), Мәскәү археология ин‑ты тыңлаусылары В.В.Гольмстен һәм Д.Н.Эдинг (Шайтан ҡаласығы һәм уның эргәһендәге ҡәберлек, Охлебинин археологик комплексы) тикшерә. 1920—21 йй. Стәрлетамаҡ музейы дир. М.С.Смирнов һәм төбәкте өйрәнеүсе М.И.Касьянов Стәрлетамаҡ ҡ. янында һәм Бахмут ҡәберлегендә иртә тимер быуатҡа ҡараған ҡурғандарҙа бер ни тиклем ҡаҙыу эштәре үткәрә. Был йылдарҙа Г.В.Вахрушев Башҡортостандың тәүге археологик картаһын төҙөй, унда 17 ҡаласыҡ, 27 ҡурған һәм 14 ергә ҡаҙып эшләнгән ҡәберлек, 20 башҡа ҡомартҡы билдәләнә.
Башҡортостанды археологик өйрәнеүҙең яңы осоро 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башына тура килә һәм СССР ФА Башҡортостан экспедицияһының С.И.Руденко етәкс. антропологик отряды эше м‑н бәйле (ҡара: Башҡортостан комплекслы экспедицияһы). Отряд составында Ағиҙел һәм Өфө йй. басс. ҡомартҡыларҙы — Өфө янындағы “Воронки” торағын, Ҡараабыҙ, Шайтан, Сандар ҡаласыҡтарын һәм Бахмут ҡәберлеген — ҡаҙыу м‑н шөғөлләнгән махсус палеонтологик ярҙамсы отряд (етәкс. А.В.Шмидт) була. 1934 й. төҙөлөп ятыусы Өфө—Ишембай т. юлы трассаһында СССР ФА экспедицияһы тағы ла киңерәк тикшеренеүҙәр үткәрә. П.Д.Дмитриев һәм К.В.Сальников етәкс. экспедиция тарафынан Өфөнән Ишембайға тиклемге аралыҡта Ағиҙел й. ярҙарында 20 ҡомартҡы (11 ҡурған һәм 3 ергә ҡаҙып эшләнгән ҡәберлек, 6 тора һәм тораҡ) асыла һәм өйрәнелә. 30‑сы йй. 2‑се ярт. алып Башҡортостанда айырым археологик объекттарҙа ҡаҙыу эштәре һирәк үткәрелә, бары Өфө сиктәрендәге ер эштәре тулыһынса археологик контроль аҫтында бара һәм шул сәбәпле БДМУ бинаһын төҙөгән ваҡытта табылған иртә Урта быуатҡа ҡараған әһәмиәте һәм байлығы б‑са уникаль ҡәберлектәр ҡотҡарыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Өфөгә Украин ССР‑ы ФА эвакуацияланған ваҡытта, уның археолог хеҙм‑рҙәре тарафынан Башҡортостанда йыйылған археологик материалдарҙы дөйөмләштереүҙә тәүге ынтылыш яһала һәм респ. яңы археологик картаһы (“Б.А.Коишевский картотекаһы”) төҙөлә.
А. б‑са планлы һәм маҡсатлы тикшеренеүҙәр 50‑се йй. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында тарих, А. һәм этнография секторы составында А. төркөмө ойошторолғас үткәрелә башлай. Төркөмдөң ғилми етәкс. һәм даими Башҡортостан археологик экспедицияһы нач. А.В.Збруева була, төркөм составында П.Ф.Ищериков, Х.В.Йосопов, Т.Н.Троицкая эшләй. Йосопов һәм Троицкая — Ғафури р‑нында иртә тимер быуат дәүере торамаларын, Ищериков Өфө терр‑яһындағы ҡомартҡыларҙы өйрәнә. Ш. уҡ ваҡытта Ағиҙел й. һәм уның ҡушылдыҡтары басс. археологик эҙләнеүҙәрҙе А.П.Шокуров тормошҡа ашыра. 50‑се йй. аҙ. А. төркөмө нигеҙендә археология, этнография һәм сәнғәт секторы ойошторола, уның составына Н.А.Мәжитов һәм М.Х.Садиҡова инә (Мәжитов планлы рәүештә Башҡортостандың төньяҡ урман райондарында иртә тимер быуат һәм Урта быуат дәүере ҡомартҡыларын өйрәнә башлай; Садиҡова — респ. көньяҡ дала райондарындағы иртә күскенселәр ҡомартҡыларын). А. б‑са айырыуса әһәмиәтле тикшеренеүҙәр 60—70‑се йй. уҙғарыла. Сальников һәм В.С.Стоколос бронза быуаты ҡомартҡыларын өйрәнә, Мәжитов һәм Садиҡова тикшеренеүҙәрен дауам итә; иртә тимер быуат А. яңы йүнәлеште — төбәктең урман һыҙатындағы ултыраҡ ҡәбиләләр ҡомартҡыларын өйрәнеүҙе — А.Х.Пшеничнюк башлай. Археологик экспедициялар һәм отрядтар һаны арта: 1960 й. алып Башҡорт дәүләт университеты үҙ аллы экспедициялар ойоштора (С.М.Васюткин, Г.И.Матвеева), СССР ФА‑ның Археология ин‑ты экспедицияһы (О.Н.Бадер, Г.Н. Матюшин) һәм уның Ленинград бүлексәһе (Л.Я.Крижевская) таш быуат ҡомартҡыларын ҡаҙый, СССР ФА Ҡазан филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих ин‑ты экспедицияһы (В.Ф.Генинг) иртә Урта быуат ҡомартҡыларын тикшерә. 60‑сы йй. аҙағына ҡарай төбәктең боронғо тарихының төп осорҙары б‑са күп материал туплана. Был тикшеренеү йомғаҡтары СССР ФА‑ның Тарих бүлексәһе һәм ТТӘИ‑нең башҡорттар этногенезына арналған сессияһында (Өфө, 1969) дөйөмләштерелә. 70‑се йй. башында киң күләмле археологик тикшеренеүҙәр, нигеҙҙә, Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайыш райондарында, төҙөлөп ятыусы Түбәнге Кама ГЭС‑ы зонаһында алып барыла. Һыу аҫтында ҡалыу янаған ҡомартҡыларҙы өйрәнеү маҡсатында, СССР ФА ин‑ты Бадер етәкс. махсус Түбәнге Кама экспедицияһын ойоштора. Экспедицияның айырым отрядтарына Өфө археологтары етәкселек итә. Бер нисә йыл дауамында Ағиҙел й. түбәнге ағымында төрлө дәүер ҡомартҡылары ҡаҙып сығарыла: һуң бронза быуатына ҡараған Кәкрекүл ҡаласығы, Кәкрекүл торамаһы, Бөрө ҡаласығы, Дыуанай торағы (И.Б.Васильев, В.С.Горбунов, М.Ф.Обыдённов); иртә тимер быуат ҡомартҡылары — Көшөл ҡәберлеге (Мәжитов, Б.Б.Агеев), Юлдаш ҡәберлеге, Һаҫыҡкүл ҡәберлеге (Васюткин, В.К.Калинин), Уяндыҡ ҡәберлеге (Пшеничнюк); иртә Урта быуатҡа ҡараған Мәнәк археологик комплексы (Мәжитов), Иҫке Ҡабан торамаһы, Иҫке Ҡабан ҡәберлеге, Әңгәсәк ҡәберлеге (Васюткин). Тәүге тапҡыр Ағиҙел й. түбәнге ағымында урынлашҡан боронғо ҡаласыҡтарҙа — Торатау ҡаласығы, Әнәс ҡаласығы, Юлдаш, Яңы Ҡабан ҡаласығында һ.б. — киң масштаблы ҡаҙыу эштәре үткәрелә (В.А.Иванов, Пшеничнюк). Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығышында Урта быуатҡа ҡараған ҡурғанлы ҡәберлектәрҙе өйрәнеү һәм Бөрө ҡәберлеген ҡаҙыу дауам итә (Мәжитов). 80‑се йй. Иглин р‑ны Шипов һәм Охлебинин аа. янында күләме һәм байлығы б‑са уникаль некрополдәрҙе һәм улар янында урынлашҡан иртә тимер быуат ҡаласыҡтарын ҡаҙыу яңыртыла, Көньяҡ Урал далаларында иртә күскенселәр ҡурғандарын планлы өйрәнеү башлана. Ябалаҡлы ҡурғандары (Горбунов, Ю.А.Морозов), Йүкәлекүл торамаһы һәм Йүкәлекүл ҡурғандары (Горбунов, Обыдённов), Филипповка ҡурғандары (Пшеничнюк) ҡаҙыла. Алтын Урҙа дәүерендәге Көньяҡ Урал һәм Урал буйы күсмә халыҡтарының археологик ҡомартҡыларының яңы ҡатламы — Бәндәбикә кәшәнәһе, Башҡорт‑Бөркөт ҡурғандары, Покровка, Томар‑Үткел, Ишҡол, Теләүғол һ.б. ҡурғанлы ҡәберлектәр — табыла һәм өйрәнелә (Мәжитов, Иванов). Силәбе ун‑ты археологтары Арҡайым, Берсуат (Г.Б.Зданович), Һынташты (Генинг) нығытылған торамаларын “Ҡалалар иле” тип исемләнгән төркөмгә берләштерә; А.П.Окладников, В.Т.Петрин тарафынан Игнатьев ғибәҙәтханаһында палеолит һүрәттәре табыла. 90‑сы йй. Башҡортостандың Урал аръяғындағы, һыуһаҡлағыстар төҙөлөшө зоналарындағы ҡомартҡыларҙы (Петропавловка, Суҡраҡ торамалары, Таналыҡ, Ташлы археологик комплексы) өйрәнеү әүҙемләшә. 1995—97 йй. БР Мәҙәниәт министрлығының Ғилми‑производство үҙәге (етәкс. А.Ф.Йәминев) Байыш археологик микрорайонын аса һәм тикшерә. ТТӘИ, Стәрлетамаҡ пед. ин‑ты һәм БР Мәҙәниәт министрлығының Ғилми‑производство үҙәгенең берлектәге экспедицияһы 16—19 бб. археологик ҡомартҡыларын планлы өйрәнә башлай, шул рәүешле Башҡортостан А. яңы йүнәлеш — этноархеология — барлыҡҡа килә. Көньяҡ Урал А. иртә тимер быуат һәм Урта быуаттағы күсмә халыҡтарҙың ҡорал һәм хәрби эш тарихы, соц.‑иҡт. һәм этномәҙәни тарих проблемалары кеүек традицион йүнәлештәр үҫеүен дауам итә.
Башҡортостан археологтарының ялан тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре йыйынтыҡтарҙа (50‑се йй. аҙ. алып ТТӘИ‑лә сыға, һуңыраҡ — БДУ, БДПУ‑ла һ.б.) даими баҫтырыла. 1980 й. ойошторолған Археология һәм этнография музейы археологик тикшеренеүҙәр үҙәге булып тора. Тупланған материалдар Көньяҡ Урал халҡының боронғо һәм Урта быуаттағы этномәҙәни тарихының төп этаптарын тергеҙергә мөмкинлек бирә. Көньяҡ Уралдың төркиләшә башлау осоро т‑дағы мәсьәлә бәхәсле килеш ҡала. Бахмут мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте, Мазунин мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте материалдарында Көньяҡ Урал һәм Кама буйы халыҡтарының этномәҙәни үҫешенең яңы аспекттары айырыла.
Әҙәб.: Башкирский археологический сборник. Уфа, 1959; Археология и этнография Башкирии: в 5 т. Уфа, 1962—1973; Материалы по хозяйству и общественному строю племён Южного Урала. Уфа, 1981; Поселения и жилища древних племён Южного Урала. Уфа, 1983; Проблемы средневековой археологии Урала и Поволжья. Уфа, 1987; Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988; Обыдённов М.Ф. Поселения древних скотоводов Южного Приуралья. Саратов, 1991.
В.А.Иванов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина