“РАДОН”, предприятие
“РАДОН” Б л а г о в е щ е н м а х с у с л а ш т ы р ы л ғ а н к о м б и н а т ы. Радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмеү м‑н шөғөлләнә. Составына ҡаты, шыйыҡ радиоактив ҡалдыҡтар һәм файҙаланылған ионлы нурланыш сығанаҡтары өсөн һаҡлағыстар һ.б. инә. Хеҙмәттәрен ҡулланыусылар: нефть эшкәртеү сәнәғәте, хәрби сәнәғәт комплексы пр‑тиелары, геофизика һәм нефть‑газ сығарыу эштәре идаралыҡтары һ.б. 1958 й. нигеҙ һалына, 1963 й. Радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмеүгә махсуслаштырылған комб‑т булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1981 й. алып “Р.” махсуслаштырылған комб‑ты, 1999 й. — “Р.” Благовещен махсуслаштырылған комб‑ты ДУП‑ы, 2003 й. — ФДУП, 2008 й. — «“РосРАО” радиоактив ҡалдыҡтар м‑н эш итеү предприятиеһы» ФДУП‑ы “Волга буйы территориаль округы” филиалының Благовещен бүлексәһе.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина