АНТРОПОЛОГИЯ
АНТРОПОЛОГИЯ (антропо... һәм ...логия), кешенең килеп сығышы һәм эволюцияһы, кеше расалары барлыҡҡа килеү һәм кешенең физик төҙөлөшөнөң нормаль вариациялары т‑дағы фән. А. төп бүлектәре: морфология (кеше организмы һәм уның өлөштәре үҙгәреүсәнлегенең енес һәм йәш, этнотерр., проф. һ.б. законлыҡтарын өйрәнеү), антропогенез т‑дағы ғилем (кешенең тарихи‑эволюцион үҫеше процесын өйрәнеү), расаларҙы өйрәнеү ғилеме (расаларҙың килеп сығышы, классификацияһы, геогр. таралышы т‑дағы фән). А. ысулдары: антропометрия (кеше тәнен һәм уның өлөштәрен үлсәү), антропоскопия (кеше тәненең, уның айырым өлөштәренең, тиреһе, сәсе, күҙенең төҫлө селтәре төҫтәренең һ.б. сифат характеристикаларын һүрәтләү), дерматоглифика (кеше усының һәм табанының тире рельефы төҙөлөшөн өйрәнеү), краниология (баш һөйәгенең һәм уның айырым өлөштәренең үлсәмдәрен һәм формаларын өйрәнеү һәм һүрәтләү), одонтология (тештәр төҙөлөшөн өйрәнеү), остеология (кеше һөлдәһенең һәм уның айырым һөйәктәренең үлсәмдәрен һәм формаларын өйрәнеү), серология (ҡандың генетик компоненттарын АВО, МN, резус һ.б. системалар б‑са өйрәнеү), пластик реконструкция (баш һөйәге б‑са битте, һөлдә б‑са кешенең кәүҙә төҙөлөшөн тергеҙеү) һ.б. Башҡортостанда тәүге антропологик тикшеренеүҙәрҙе 19 б. 2‑се ярт. Н.М.Малиев үткәрә, ул башҡорттарҙа урман һәм ялан антропологик типтарын, ш. уҡ күсемле формаларҙы һәм типтарҙы айырып күрһәтә. Һуңыраҡ А.Н.Абрамов, П.С.Назаров, П.И.Небольсин, Д.П.Никольский, В.М.Флоринский, В.М.Черемшанский шундай уҡ типтарҙы билдәләй. С.И.Руденко 1916 й. “Башҡорттар: этнологик монография тәжрибәһе” монографияһын баҫтыра, унда 19 — 20 б. башында башҡорттарҙы антропологик тикшереү мәғлүмәттәрен дөйөмләштерә. Башҡорттарҙы һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтарын өйрәнеү б‑са комплекслы антропологик экспедицияларҙы 1928—30 йй. Руденко, 1963—65 йй., 1967 й. М.С.Акимова үткәрә. Акимова тәүге тапҡыр башҡорттарҙы 4 антропологик типҡа бүлә, уның фекеренсә, субурал, понтий һәм аҡ тәнле европеоид типтары улар араһында иң боронғоһо, көньяҡ себер — һуңыраҡ тип. 1983 й. Совет‑Финляндия антропологик экспедицияһы (етәкс. проф. А.А.Зубов) барышында Стәрлебаш, Архангел һәм Илеш р‑ндары башҡорттары дерматоглифик, краниологик, одонтологик, серологик һәм соматологик программалар б‑са тикшерелә. 1977 й. алып ТТӘИ Башҡортостан, Пермь крайы һәм Силәбе өлк. терр‑яһындағы 18 — 20 б. башы башҡорттары краниологияһы, б.э.т. 18—17 бб. — б.э. 13—14 бб. Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡтарҙың палеоантропологияһы б‑са материалдар йыйыу һәм өйрәнеү б‑са даими рәүештә экспедициялар (етәкс. Р.М.Йосопов) үткәрә. 1989 й. ТТӘИ‑нең этнография бүлеге эргәһендә антропологик тикшеренеүҙәр лаб. ойошторола, 1993 й. этнография бүлеге этнография һәм антропология бүлеге тип үҙгәртелә, 2006 й. алып — этнология бүлеге. Көньяҡ Урал халҡының тарихи А., башҡорттарҙың антропологик типтары формалашыу проблемалары, Көньяҡ Уралда бронза быуатында, тимер быуатта йәшәгән халыҡтарҙың һәм хәҙ. заман башҡорттарының раса типтары күсәгилешлелеге мәсьәләләре өйрәнелә. А. мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, төп антропологик билдәләре б‑са башҡорттар Волга буйы, Себер һәм Алтай халыҡтары араһында аралаш урынды биләй. Акимованың башҡорттарҙың антропологик типтарының терр. вариациялары т‑дағы һығымтаһы раҫлана. Башҡорттарҙың антропологик составының төрлөлөгө, тирә‑яҡтағы халыҡтарҙың антропологик типтары м‑н оҡшашлыҡтары Көньяҡ Уралда расогенез процестарының һәм башҡ. халҡының этник тарихының ҡатмарлы һәм төрлө булғанлығын дәлилләй.
Әҙәб.: Акимова М.С. Антропологические исследования в Башкирии //Антропология и геногеография. М., 1974; Юсупов Р.М. Сравнительная антропология башкирского народа. Уфа, 1990.
Р.М.Йосопов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина