АРХИВ КОМИССИЯЛАРЫ
АРХИВ КОМИССИЯЛАРЫ, 1884—1919 йй. Рәсәйҙәге ғилми йәмғиәттәр. 1884 й. 13 апр. “Губерна тарих архивтары һәм ғилми архив комиссиялары тураһында положение” (“Положение о губернских исторических архивах и учёных архивных комиссиях”) нигеҙендә губерна ғилми архив комиссиялары булараҡ ойошторола. Император С.‑Петербург археология ин‑тына, 1912—17 йй. Император Рус тарих йәмғиәтенең Урындағы архив материалдарын һаҡлау б‑са махсус комиссияһына буйһона. Ағзалыҡ иғәнәләре һәм хәйриә аҡсаһынан, Николай II яҡлауы аҫтына алынғандан һуң (1914 й. 29 июне) ш. уҡ дәүләт ҡаҙнаһынан финанслана. Губерна ғилми А.к. составына рәйес, иптәш (урынбаҫар), эштәр идарасыһы (секретарь), казначей, китапханасы, мотлаҡ попечитель (губернатор), тулы хоҡуҡлы һәм почётлы ағзалар инә. Губерна ғилми А.к., губерна тарих архивтарын булдырыу маҡсатында, ведомство, йәмәғәт һәм шәхси архивтарҙың эшен системаға һалыу, китапханалар һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарын ойоштороу, архитектура ҡомартҡыларын реставрациялау, археологик, тарихи һәм этнографик тикшеренеүҙәр м‑н шөғөлләнә. Дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары, уҡыу йорттары, Рәсәй археология йәмғиәте һәм Рус география йәмғиәте м‑н бәйләнеш тота. Ырымбур губерна ғилми А.к. 1887 й. 9 дек. Император С.‑Петербург археология ин‑ты дир. И.Е.Андреевский, губернатор Н.А.Маслаковец һәм “Ырымбур генерал-губернаторының элекке канцелярияһы архивының эштәрен тикшереү һәм урынлаштырыу буйынса комиссия” рәйесе П.Н.Распопов булышлығында ойошторола. 1889—1906 йй. Ырымбур губерна ғилми А.к. Ырымбур генерал-губернаторлығы архивындағы яҡынса 100 мең эште өйрәнә һәм башҡ., гражданлыҡ, йәшерен, казак, казначейство һәм сик буйы бүлектәре б‑са 22 исемлек төҙөй. Төбәк халыҡтарының археологияһы, тарихы һәм этнографияһы б‑са тикшеренеүҙәр үткәреү һәм материалдар йыйыу б‑са эш алып бара. Археологик ҡомартҡыларҙы, башҡорт, ҡаҙаҡ, урыҫтарҙың һ.б. матди һәм рухи мәҙәниәтен, ҡалаларҙы, христианлыҡ һәм исламды, Ырымбур һәм Урал казак ҡатламы, башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75), Урта Азияның Рәсәйгә ҡушылыуы тарихын өйрәнеүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Ырымбур крайы эшмәкәрҙәре т‑да биографик тикшеренеүҙәр айырым урын биләй. Комиссия Неплюев кадет корпусы эргәһендәге музей нигеҙендә 1897 й. 10 майында Ырымбур крайының Боронғо ҡомартҡылар музейын (хәҙ. Ырымбур өлкә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы) ойоштора, уның тәбиғи-ғилми (минералдар, фауна, флора), тарихи (археологик табылдыҡтар, ҡорал, ҡулъяҙмалар һ.б.), этнография (фольклор әҫәрҙәре теркәлгән яҙмалар, кейем, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, көнкүреш предметтары) бүлектәре һәм ғилми китапханаһы була. Ырымбур губерна ғилми А.к. төбәкте ғилми яҡтан өйрәнеүгә, тыуған яҡты өйрәнеүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Мәҙәни-ағартыу эше м‑н шөғөлләнә. Уның ҡатнашлығында төбәктә А.С.Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу, рус матбуғатының 200 йыллығы, крепостной хоҡуҡты бөтөрөүҙең 50 йыллығы, Ватан һуғышының (1812) 100 йыллығы һ.б. юбилейҙар билдәләнә. А.Е.Алекторов, В.В.Бартольд, Н.А.Гурвич, Н.Ф.Дубровин, В.О.Ключевский, Ф.Д.Нефёдов, В.В.Радлов, бөйөк кенәз Г.М.Романов (ҡара: Романовтар), С.Г.Рыбаков, Д.Н.Соколов һ.б. Ырымбур губерна ғилми А.к. ағзалары була. 1917 й. ҡарата унда 138 тулы хоҡуҡлы һәм 13 почётлы ағза иҫәпләнә. Ырымбур губерна ғилми А.к. рәйестәре: Распопов (1887—89), П.П.Бирк (1889—1900), А.А.Ломачевский (1900—02), А.В.Попов (1902—18). Ырымбур губерна ғилми А.к. “Ырымбур ғилми архив комиссияһы хеҙмәттәре” (“Труды Оренбургской учёной архивной комиссии”; 1—35‑се сығарылыш, 1889—1917) йыйынтығын нәшер итә. Өфө губерна ғилми А.к. 1916 й. 24 ғин. Рус тарих йәмғиәтенең Урындағы архив материалдарын һаҡлау б‑са махсус комиссияһы башланғысы м‑н Өфө губернаторы һәм Өфө губерна статистика комитеты ҡатнашлығында ойошторола. 1916 й. Өфө губерна ғилми А.к. 35 ағза иҫәпләнә. Өфө губерна ғилми А.к. рәйесе — П.П.Башилов (1916—17). РСФСР ХКС‑ының 1918 й. 1 июнендәге “РСФСР‑ҙа архив эшен үҙгәртеп ҡороу һәм үҙәкләштереү тураһында” декретына ярашлы, губерна ғилми А.к. бөтөрөлә һәм уларҙың функциялары архивтарға тапшырыла.
Әҙәб.: Хасанов Э.Р. Оренбургская Учёная Архивная Комиссия: возникновение и работа научного общества на Южном Урале (конец XIX — начало XX вв.). Уфа; Стерлитамак, 1998.
Ю.С.Зобов, Э.Р.Хәсәнов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина