БАЗИДИОМИЦЕТТАР
БАЗИДИОМИЦЕТТАР, базидиялы бәшмәктәр (Basidiomycetes), бәшмәктәр класы. 18 тәртибе, 30‑ҙан ашыу төрө (БР‑ҙа яҡынса 10 тәртибе, бер нисә мең төрө) билдәле, киң таралған. Махсус енси үрсеү ағзалары — базидиоспоралар барлыҡҡа килтереүсе базидияларҙың булыуы Б. төп билдәһе булып тора. Базидиялар емешлек тәнендә йәки уның эсендә, һирәгерәк мицелийҙың үҙендә үҫешә. Төҙөлөшө б‑са базидиялар өс типта була: холобазидиялар, гетеробазидиялар һәм фрагмобазидиялар. Емешлек тәндәре формаһы (суҡмар, яҫтыҡ формаһында, ҡыуаҡ һымаҡ тармаҡлы, тояҡ һымаҡ, йомро, ҡайыр, яры, һаплы эшләпә һымаҡ һ.б.), төҫө (аҡ, һары, ҡыҙғылт һары һ.б.), консистенцияһы (йомшаҡ, бушаҡ, ҡойҡа һымаҡ, тығыҙ кейеҙ һымаҡ, тиресәле, ағас һымаҡ һ.б.) б‑са төрлө; бер нисә миллиметрҙан алып 50 см тиклем (ҡайһы ваҡыт 1,5 м тиклем) ҙурлыҡта. Спора туплағыс ҡатламы (гимений) емешлек тәненең аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан, ябайыраҡ төрҙәрҙә — өҫкөһөндә. Енесһеҙ үрсеү (спораларҙың гаплоидлы гифтарҙан барлыҡҡа килеүе) һирәк осрай (ҡара: Тут бәшмәктәре). Б. араһында үҫемлек паразиттары (торон бәшмәктәре, тут бәшмәктәре, экзобазидиумдар һ.б.), тупраҡ сапротрофтары (аҡ көләпәрә, тиреҫ бәшмәге, һаңғырау бәшмәк һ.б.), микоризаға инеүселәр (аҡ бәшмәк, ҡайын бәшмәге, ябай уҫаҡ бәшмәге һ.б.), үҙағастағы сапротрофтар (ҡыу бәшмәктәр, томентеллалар һ.б.) бар. Б. үҫемлек ҡалдыҡтарын тарҡата, тупраҡ барлыҡҡа килеү процесында һәм матдәләр алмашыныуында ҡатнаша. Күп Б. ашарға яраҡлы бәшмәктәргә (аҡ бәшмәк, һары майлы бәшмәк, ябай уҫаҡ бәшмәге һ.б.) ҡарай, ҡайһы берҙәре (чага, ябай әҙәпһеҙбаш һ.б.) медицинала ҡулланыла. Ағыулы бәшмәк, тырҡыш, ялған баллы бәшмәк һ.б. — ағыулы бәшмәктәр. Паразит бәшмәктәр — үҫемлекселеккә, урман хужалығына, сапротрофтар ағас ҡаралтыларға ҙур зыян килтерә.
Г.Ғ.Ҡужәхмәтов, С.С.Хәйретдинов
Тәрж. Г.А.Миһранова