Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУЛАҠСАҺЫҘ ИҪӘП-ХИСАП

Просмотров: 1471

ҠУЛАҠСАҺЫҘ ИҪӘП-ХИСАП, ҡулаҡса ҡатнашлығынан тыш матди ҡиммәттәр м‑н тәьмин итеү һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү б‑са килешеүҙәр төҙөү барышында иҫәпләшеү ысулы. Түләү документтары ярҙамында аҡ‑ са күсереү юлы м‑н банкылар аша, ш. иҫ. электрон формала һәм пластик карталар файҙаланып, башҡарыла. Аҡса операцияларын юридик һәм физик шәхестәр коммерция банкыларында асылған хисаплашыу (ағымдағы) иҫәбе аша, коммерция банкы‑ лары Үҙәк банк учреждениеларында мотлаҡ рәүештә асылған корреспондентлыҡ иҫәбе, ш. уҡ бер‑береһендә асылған корреспондентлыҡ иҫәбе аша ғәмәлгә ашыра. Түләүҙәрҙе ойоштороу ысулы б‑са тулайым иҫәп-хисап системаһы (түләүҙәр кредит ойошмаһы тарафынан бер-бер артлы уның корреспондентлыҡ иҫәбендәге аҡса сиктәрендә үткәрелә) һәм клиринг сис‑ темаһы (үҙ-ара талаптар зачёты) б‑са уҙғарылған Ҡ.и.‑х. айырыла. БР‑ҙа (РФ‑та тәүгеләр иҫәбендә) почта һәм телеграф түләүҙәре өлөшөн кәметеүгә һәм иҫәпләшеүҙе реаль ваҡыт режимында үткәреүгә булышлыҡ итеүсе сертификацияланған төбәк эсе (1993) һәм төбәк‑ара (1998) электрон түләүҙәр системаһы булдырылған.

И.Р.Кощегулова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: