Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЙРОҠҺОҘ ЕР-ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ

Просмотров: 1331

ҠОЙРОҠҺОҘ ЕР-ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ (Anura), ер-һыу хайуандары отряды. Бөтә Ер шарында таралған. 25 ғаиләһе, 4000‑дән ашыу төрө билдәле.

БР‑ҙа 4 ғаиләгә (бесәй күҙле әрмәнделәр, түңәрәк теллеләр, тәлмәрйендәр, әрмәнделәр) ҡараған 8 төрө осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 4 см алып (бесәй күҙле әрмәнде) 10 см тиклем (күл тәлмәрйене). Башы яҫы, киң. Күҙе ҙур, үтә күренмәле асылып йомолоусы яры м‑н һаҡланған. Танау тишеге бәләкәй, томшоғоноң осонда урынлашҡан һәм махсус клапандар м‑н ябылыуы мөмкин. Башының артҡы өлөшөнөң ян- яҡтарында түңәрәк ҡолаҡ ярылары бар (түңәрәк теллеләр ғаиләһенә ҡараған уһылдаҡ тәлмәрйендәрҙә юҡ). Ауыҙы киң, теле ҙур, йыуан, ал яҡтан ҡушылып үҫкән, арттан ирекле (табышын эләктергәндә ауыҙҙан ташлап сығарыла). Теше (әрмәнделә юҡ) ваҡ, артҡа табан бөгөлгән ырғаҡлы. Кәүҙәһе ҡыҫҡа, яҫы. Тиреһе яланғас, йоҡа, күпселек төрҙәрҙә шыуғаҡ, шыма (әрмәнделәрҙеке сөйәлле). Ҡойроғо юҡ. Артҡы аяҡтары алғыларынан 2—3 тапҡыр оҙонораҡ һәм һикереү өсөн хеҙмәт итә (ваҡ аҙымдар м-н йөрөгән тәлмәрйен һәм бесәй күҙле әрмәнделә насарыраҡ үҫешкән). Ҡабырғалары юҡ, маңлай м‑н түбә, беләк, терһәк, сираҡ һөйәктәре ҡушылып үҫкән, шаушаҡ һәм туларһыҡ һөйәктәре өлөшләтә генә ҡушылып үҫкән. Умыртҡалары процел (ал яҡтан эскә табан, арт яҡтан тышҡа табан бөгөлгән). Ҡойроҡ умыртҡалары таяҡ һымаҡ һөйәк — уростиль хасил итеп ҡушылып үҫкән. Енси диморфизм хас: ата зат вағыраҡ, тауышы көслөрәк, алғы аяҡтарының баш бармағында махсус оро — никах һөйәле (уһылдаҡ тәлмәрйендәрҙә һәм бесәй күҙле әрмәнделәрҙә юҡ) бар, ҡайһы берҙә нығыраҡ үҫешкән йөҙгөс ярылары һәм сағыу биҙәге м‑н айырыла. Енси яҡтан 3—4 йылда өлгөрә. Енси юл м‑н үрсей, аталаныу тышта бу‑ ла, ҡауышыу яҙ көнө һыу ятҡылыҡтарында бара. Төйөр йәки епсә (әрмәнде) булып йәбешкән ыуылдырыҡтарын май айында сәсә. Үҫеше әүерелешле, ыуылдырыҡтарҙан 4—15 көн эсендә сүмесбаштар сыға, уларҙың үҫеше 45—90 көндән алып 120 көнгә тик лем дауам итә. Ҡ.е.‑һ.х. 5 йылға тиклем һәм унан да күберәк йәшәй, шарттар тыуҙырғанда — 11—36 йылға тиклем. Төнгө йәки эңер хайуаны, ләкин ҡайһы бер төрҙәре (осло моронло тәлмәрйен, күл тәлмәрйене һ.б.) көндөҙ ҙә әүҙем. Көҙөн оҙайлы йоҡоға тала (апр.—майға тиклем). Һыу ятҡылыҡтары төбөндә, туңмай торған инештәрҙә, һирәк осраҡта һаҙлы урындарҙа (тәлмәрйен); ергә күмелеп йәки кимереүселәр өңөндә, һуҡыр сысҡандар юлында, ҡаралтылар аҫтында баҙҙарҙа (әрмәнде, уһылдаҡ тәлмәрйен һ.б.) ҡышлай. Өлкән Ҡ.е.‑һ.х. — ҡуңыҙҙар, ике ҡанатлылар, тура ҡанатлылар, ҡырмыҫҡалар, үрмәкселәр, ер өҫтө моллюскылары һ.б. умыртҡаһыҙҙар; сүмес-баштары — ылымыҡтар, әрмәнделәр һәм тәлмәрйендәр ш. уҡ үҫемлектәрҙең серей башлаған ҡалдыҡтары, селәүсендәрҙең, моллюскыларҙың, ҡыҫала һымаҡтарҙың иң ваҡ төрҙәре һ.б. м‑н туҡлана. Ҡ.е.‑һ.х. күпселек төрҙәренең өлкән заттары ҡоро ерҙә (әрмәнде, бесәй күҙле әрмәнде, осло моронло тәлмәрйен) йәки һыу ятҡылыҡтары ярҙарында (тәлмәрйен), һирәгерәк һыуҙа (уһылдаҡ тәлмәрйен) йәшәй. Күп төрҙәре респ. бөтә урындарында ла таралған; ябай әрмәнде, быуа һәм үлән тәлмәрйендәре һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Ҡ.е.‑һ.х. умыртҡаһыҙ ҡоротҡостарҙың (лайлалы ҡусҡар, серәкәй, күгәүен һ.б.) һанын көйләүҙә ҡатнаша, балыҡтарҙың, ҡоштарҙың һәм имеҙеүселәрҙең күп төрҙәре улар м‑н туҡлана, уларҙы лаб. хайуандар итеп ҡулланалар. Быуа тәлмәрйене һәм үлән тәлмәрйене БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: