Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКБУЛАТОВА Зәйтүнә Ислам ҡыҙы

Просмотров: 1487

БИКБУЛАТОВА Зәйтүнә Ислам ҡыҙы [28.5.1908, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сафар а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 23.2.1992, Өфө], актриса. СССР‑ҙың (1973) һәм РСФСР‑ҙың (1955) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1947) һәм БАССР‑ҙың (1944) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; М.Ә.Мәһәҙиев һәм В.Мортазин-Иманский курсы). 1928 й. алып БАДТ актрисаһы. Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1961—84). Ижадына тәрән психологизм һәм һынландырыу оҫталығы хас булған реалистик йүнәлешле мәшһүр башҡ. актрисаһы. “Башҡорт туйы” спектаклендә Гөлғәйшә (дебют, 1928), С.М.Мифтаховтың “Һаҡмар” (1932), “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” (1939) дилогияһында Айһылыу ролдәрен тәүге башҡарыусы. Сит ил классикаһы б‑са ҡуйылған спектаклдәрҙә сағыу драматик һәм лирик образдар галереяһын тыуҙыра: Лауренсия (“Һарыҡ шишмәһе”, Лопе де Вега), Амалия (“Юлбаҫарҙар”), Луиза (“Мәкер һәм мөхәббәт”, икеһе лә — Ф.Шиллер), Дездемона (“Отелло”, У.Шекспир); урыҫ классик драматургияһы әҫәрҙәре б‑са: Елизавета (“Тере мәйет”, Л.Н.Толстой), Елена Андреевна (“Ваня ағай”, А.П.Чехов), Лариса (“Бирнәһеҙ ҡыҙ”, А.Н.Островский). Совет авторҙары пьесаларында Любовь Шевцова (А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” — “Молодая гвардия” романы б‑са В.Ғ.Ғәлимовтың “Батырҙар” спектакле), Таня (А.Н.Арбузовтың ш. уҡ исемле драмаһы), Зөләйха (“Яңғыҙ ҡайын”, М.Кәрим) һ.б. ролдәрҙе уйнай. Урыҫ драма театры сәхнәһендә актриса Толстой романы б‑са ҡуйылған “Анна Каренина” спектаклендә ҙур оҫталыҡ м‑н төп ролде башҡара. Б. ижадында 20‑нән ашыу спектаклдә тыуҙырылған әсә образдары айырым урын биләй: Тулғанай (С.Т.Айытматовтың “Әсә яланы” — “Материнское поле” повесы б‑са Л.В.Вәлиевтең “Әсә, Ер-әсә” спектакле), Зәйнәп (“Әсәйемдең сал сәстәре”, Ә.М.Мирзаһитов), Зөлхәбирә (“Айгөл иле”), Оло инәй (М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са Р.В.Исрафиловтың “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..” спектакле) һ.б. Актриса ижадының иң юғары нөктәһе — Тәңкәбикә роле (“Ай тотолған төндә”), унда Б. һәләтенең иң яҡшы яҡтарын — тәрән драматизм, нескә психологизм, хис-тойғолар байлығын асыуға өлгәшә. Бик күп радио‑ һәм телеспектаклдәрҙә, әҙәби-муз. композицияларҙа төп ролдәрҙе башҡара. РСФСР‑ҙың К.С.Станиславский ис. Дәүләт пр. (1967), БАССР-ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1976) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958), “Почёт Билдәһе” (1968) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Мәһәҙиев М.Ә. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962; Хәйруллин Р.Х. Зәйтүнә Бикбулатова. Өфө, 1968.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Шәхестәр: