МӘҪӘЛ, әҙәби жанр
МӘҪӘЛ, шиғри йәки сәсмә формала яҙылған ҡыҫҡа хикәйә, әҙәби жанр. Һүҙ сәнғәтенең боронғо төрҙәренең береһе. Аллегорияға нигеҙләнеп хикәйәләнә һәм аҙағында өгөт-нәсихәтле һығымта яһала. Ҡайһы бер М. өгөт‑нәсихәт бирелмәй, ләкин ул текстан аңлашыла. Әхлаҡтың М. сюжеты м‑н үҙ‑ара бәйләнеше уның нарратив (лиро‑эпик) нигеҙен тәшкил итә. М. сатирик йәки ирониялы көлөү хас; төп персонаждары — хайуандар, йәнһеҙ әйберҙәр. Шиғри М. үлсәме — ирекле, төрлө ижекле ямб м‑н яҙылырға мөмкин. Башҡорт әҙәбиәтендә формаһы һәм йөкмәткеһе м‑н М. оҡшаш шиғри әҫәрҙәр 19 б. 1‑се ярт. сәсәндәр һәм суфый шағирҙар Ә.Ҡарғалы, Һ.С.Сәлихов, мәғрифәтсе яҙыусылар М.М.Иванов, С.Б.Күкләшев, М.М.Биксурин ижадында күренә. Тәүге мәҫәлде (19 б. 2‑се ярт.) М.И.Өмөтбаев яҙа (“Ҡайыш менән Йүкә”). 20 б. башында М. жанры М.Ғафури (“Һарыҡты кем ашаған?”; 1913, “Эт менән ҡуян”; 1913, “Үгеҙ менән бүре”; 1913), С.С.Яҡшығолов (“Төлкө менән Торна”; 1916, “Бығаулы Фил”; 1916) ижадында үҫеш ала. М. жанры оҫталары булып Т.Арыҫлан, Б.Бикбай, Ф.М.Ғүмәров, Ҡ.Даян, С.Кулибай, М.Н.Кәримов, Р.Х.Ниғмәтуллин һ.б. таныла.
Әҙәб.: Башҡорт басняләре. Өфө, 1954; К у н а ф и н Г.С. Поэтическое эхо прошлого. Развитие жанровой системы башкирской манифестационно-публицистической и нарративной поэзии. Уфа, 2004.
Ғ.С.Ҡунафин
Тәрж. Ф.С.Фазылова