ВӘЛИЕВ Мәсхүт Малик улы
ВӘЛИЕВ Мәсхүт Малик улы (13.1.1947, БАССР-ҙың Балтас р-ны Яңы Тимкә а. — 28.4.2018, Өфө, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Иҫке Тимкә а. ерләнгән), физик. Техник ф. д‑ры (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1970), 1973 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй. 1998 й. алып БДАУ‑ҙа: 2000 й. тиклем а.х. электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу ф-ты деканы, бер үк ваҡытта 1999—2001 йй. электротехниканың теоретик нигеҙҙәре каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 2009—12 йй. — информатика һәм мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире һәм БДАУ эргәһендәге Мәғлүмәт технологиялары б‑са ҒТИ етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге математик модель әҙерләү, ғәмәли информатика мәсьәләләрен сисеү, белем биреү өлкәһендә электрон ресурстарҙы эшләүгә арналған. В. тарафынан машиналар төҙөү изделиеларының сифатын тикшереп тороу өсөн ҡулланылған магнитлы ҡоролмалар уйлап табылған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Магнитные цепи и электромагнитные устройства. Уфа, 2000; Компьютерное моделирование в технике и технологиях. Уфа, 2010.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов