ҮЛСӘҮ
ҮЛСӘҮ, есемдәргә тәьҫир иткән ауырлыҡ көсө б‑са уларҙың ауырлығын билдәләү приборы. Тәғәйенләнеше б‑са — өлгөлө, лаборатор (аналитик, микроаналитик, һынауҙар өсөн һ.б.), дөйөм тәғәйенләнештәге; тигеҙләштергән ҡоролмаһының тибы б‑са — механик (конструкцияһы ябай, файҙаланыуҙа ышаныслы, оҙаҡҡа етә), электрон (үлсәү аныҡлығы һәм тиҙлеге юғары, автоматлаштырылған системаларҙа ҡулланыу мөмкин); эшләү принцибы б‑са — пружиналы, рычаглы, электротензометрик, гидравлик, гидростатик Ү. бүленә. Ү. сауҙа эшендә, а.х. төрлө тармаҡтарында, сәнәғәттә, көнкүрештә һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда Иглин үлсәү заводында үлсәү сиге 100, 150 һәм 200 кг (1961 й. алып), 3 т (2004 й. алып) булған механик платформалы Ү.; үлсәү сиге 60‑тан алып 600 кг тиклем булған (2001 й. алып) электрон платформалы; үлсәү сиге 100 т булған (2006 й. алып) электрон платформалы автомобиль Ү. сығарыла. Сығарылған Ү. бөтә модификациялары юғары дымлылыҡ шарттарында һәм һауа т-раһы ‑20 алып 45°С тиклем (механик), ‑10 алып 40°С тиклем (электрон) булғанда эшләй ала. “Эталон‑центр” ЯСЙ‑нда (Өфө) 2003 й. сәнәғәт Ү. (бөртөклө материалдар дозаторы, кранлы электрон Ү.) линияһы эшләй башлай, 2006 й. алып үлсәү сиге 5 т алып 100 т (бүлем ҡиммәте 50 кг) тиклем булған автомобиль электрон Ү. эшләнә һәм етештерелә. 1971—2003 йй. Өфө һығылмалы валдар заводы үлсәү сиге 6 кг тиклем булған пружиналы көнкүреш Ү. сығарған.
Ф.Р.Исмәғилев, Р.Г.Ҡунаҡасов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов