Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОЛОГИК БЫСРАТЫУ

Просмотров: 1279

БИОЛОГИК БЫСРАТЫУ, тирә‑яҡ мөхиттә кешелә, хайуанда һәм үҫемлектәрҙә ауырыу тыуҙырыусы микроорганизм, талпан, бөжәктәрҙең һ.б. булыуы. Шулай уҡ зарарһыҙландырылмаған көнкүреш, а.х. ҡалдыҡтары, органик сәнәғәт ташландыҡтары Б.б. сығанаҡтары булып тора. Башҡортостанда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк (башлыса Благовещен, Борай, Миәкә, Өфө, Стәрлебаш р‑ндарында, Октябрьский, Өфө ҡҡ.), талпан энцефалиты (Асҡын, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Краснокама һ.б. р‑ндарҙа), туляремия (Краснокама р‑ны), тамыр болото (Баҡалы, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Туймазы һ.б. р‑ндарҙа) ауырыуҙарының тәбиғи сығанаҡтары теркәлә. Йәнлектәрҙең ҡотороу ауырыуы м‑н сирләүенең айырым осраҡтары Бишбүләк, Йәрмәкәй, Әбйәлил һ.б. р‑ндарҙа теркәлгән (1999). Урман ҡоротҡостары — тал тулҡынсығы, ерән ҡарағай киҫәре, ҡарағай ҡабығы ҡандалаһы, ҡарағай шайтан күбәләге, сыбарғанат һ.б. — сығанаҡтары ла хәүеф тыуҙыра. Бигерәк тә парһыҙ ебәк күбәләге киң таралған (БР‑ҙың үҙәк һәм көнбайыш р‑ндарында зарарланған биләмәләр 74 мең га ашыу). Б.б. проблемалары “Иммунопрепарат” ғилмипроизводство берекмәһендә, Медицина университетында (М.А.Ғәлиев, Т.И.Никитина), Башҡорт дәүләт университетында (Н.Ә.Кирәева, А.М.Мифтахова, Ф.Б.Шкундина һ.б.), Аграр университетта (В.М.Вәлиев, Н.Г.Ҡурамшина) өйрәнелә. Б.б. ҡаршы көрәш саралары урманды һаҡлау станцияһында (А.Ә.Мифтахов), Үҫемлектәрҙе һаҡлау станцияһында (А.Х.Ноғоманов), Ветеринария лабораторияһында (Ш.А.Тәтегәсов, С.Р.Янбарисова) эшләнелә. Шулай уҡ ҡара: Биологик таҙартыу.

Н.Г.Ҡурамшина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019