“АГРОСТРОЙМЕХАНИЗАЦИЯ”, ДУП
1320
“АГРОСТРОЙМЕХАНИЗАЦИЯ”, төҙөлөш ойошмаларына башнялы, сылбырлы, пневмотәгәрмәсле крандар, автогидрокүтәргестәр, ер ҡаҙыусы һ.б. техника биреүсе, автотранспортты, йөк күтәреү крандарын һәм төҙөлөш механизмдарын ремонтлаусы һәм хеҙмәтләндереүсе, башнялы крандарҙы монтажлаусы һәм күсереп йөрөтөүсе пр‑тие. 1986 й. Өфөлә 1226‑сы махсус ПМК төҙөлөш эштәре механизацияһы идаралығы м‑н ҡушылғас “Башагропромстрой” берекмәһенең “Шаҡша” механизация идаралығына нигеҙ һалына. 1994 й. алып “Башсельстрой” ААЙ‑ның “А.” бүлендек пр‑тиеһы, 2002 й. — ДУП, 2009 й. ябыла. 1999 й. 72 кеше эшләгән.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: