Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠБУР, тау тоҡомо

Просмотров: 1835

АҠБУР, ултырма тау тоҡомо, органоген эзбизташтарҙың йомшаҡ төрө. 80%‑ы кристаллы кальциттан, эзбизташлы кокколитофорид ылымыҡтарының һәм фораминифер тамыраяҡтарҙың кальцитлы һөлдә өлөштәренән тора, составында шулай уҡ ҡабырсаҡ, бүздәк, диңгеҙ ләләһе, мәрйен, балсыҡлы минерал һөлдәләре бар. Структураһы пелитоморфлы (бөртөксәләренең үлсәме 0,005—0,01 мм), текстураһы массив, еңелсә цементланған, буяуыс. Төҫө аҡ, һорғолт йәки һарғылт. Эзбиз, цемент, сода, быяла, яҙыу аҡбуры, теш пастаһы етештереү өсөн, резина, ҡағыҙ, лак‑буяу һ.б. сәнәғәт тармаҡтарында тултырғыс сифатында, тупраҡҡа эзбиз индереү һәм хайуандарҙы өҫтәмә туҡландырыу өсөн, парфюмерияла ҡулланыла. БР‑ҙа Ишембай, Көйөргәҙе һәм Мәләүез райондарында өҫкө А. ҡатламдарында таралған. Иҫке Яҡуп I һәм II, Үрге Мотал ятҡылыҡтары (Көйөргәҙе районы) разведкаланған. Ятҡылыҡтарҙы урындағы халыҡ файҙалана.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023