Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛАТАУ СВИТАҺЫ

Просмотров: 1525

АЛАТАУ СВИТАҺЫ, урындағы ташкүмер системаһының стратиграфик бүлексәһе (ҡара: Карбон). Д.В.Наливкин (1926) Алатау тауы районында айырып күрһәтә. Ултырмаларҙың тасуирламаһын А.П.Тяжёва (1940), Г.В.Вахрушев (1951), А.К.Крылова (1958), З.А.Синицина (1974), В.Н.Пазухин (1980) бирә. Ултырмалар төньяҡта Ләмәҙ й. алып көньяҡта Рәүҙәк й. тиклем Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының алғы һырттарының яланғас тау тоҡомдарында күҙәтелә (оҙонлоғо яҡынса 115 км, киңлеге яҡынса 120 км). Шулай уҡ Ағиҙел депрессияһының төньяҡ өлөшөндәге бырауланған скважиналарҙың геологик киҫелештәрендә бар һәм компенсацияланмаған Инйәр-Тоҙйылға бөгөлөн тулыландырыусы ҡалын ҡатлам булып тора. Свитаның йәше: косьва горизонты — визе ярусының радай горизонты. Ҡыҙыл горизонтында ята. Карбонат-терриген тау тоҡомдары комплексы (аргиллиттар, мергелдәр, эзбизташтар, алевролиттар,ҡомташтар һәм кремнезёмлы һәүерташтар) менән бирелгән. Урыны менән икенсел һоро тимер мәғдәне линзалары осрай. Ҡалынлығы 20—200 м. Конодонттар, фораминиферҙар, брахиоподтар, остракодтар һ.б. хас.

М.А.Юнысов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: