ДЬЯЧКОВ Александр Васильевич
ДЬЯЧКОВ Александр Васильевич [25.10.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Николаевка а. (БР‑ҙың Благовещен районы) — 6.9.1961, шунда уҡ], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып фронтта. Уҡсы булып хеҙмәт итә, 1943 й. башлап Воронеж, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында 52‑се армияның 294‑се уҡсылар дивизияһы 861‑се уҡсылар полкының разведка отделениеһы командиры була. Дан ордены менән 1944 й. 20—21 авгусында Яссы ҡ. (Румыния), 1944 й. декабрендә — 1945 й. ғинуарында Сташув ҡ. (Польша) менән Герлиц а. һәм 16 февралендә Хундсфельд ҡ. (икеһе лә — Германия) өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1946) Благовещен районының А.А.Жданов исемендәге колхозында эшләй. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, 1‑се (1959), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Благовещен ҡ. Д. һәйкәл, Николаевка а ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина