БОГДАНОВИЧ Татьяна Александровна
БОГДАНОВИЧ Татьяна Александровна (26.11.1873, С.‑Петербург — 31.12.1942, Свердловск ҡ.), яҙыусы. В.Г.Короленконың тормошо һәм ижадына арналған хеҙмәттәр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн элекке замандағы реаль ваҡиғаларҙың мауыҡтырғыс донъяһын һүрәтләүсе тарихи повестар авторы. “Пётр III тау заводы. Пугачёвсылар Уралда” (“Горный завод Петра III. Пугачёвцы на Урале”; 1936) повесында башҡорттарҙың Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осорондағы тормошо сағылдырыла, башҡ. һәм урыҫ балаларының дуҫлығы күрһәтелә.
Әҫәрҙ.: Суд над колдуном: роман. М., 1928; Соль Вычегодская: роман. Свердловск; М., 1931; Холоп‑ополченец (1606—1612): в 2 кн. М.; Л., 1941.
Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.4. Уфа, 1997.
М.Ғ.Рәхимҡолов
Тәрж. Р.М.Шәрипова