БАНКЫЛАР
БАНКЫЛАР (итал. banco — аҡса алмаштырыу эскәмйәһе, кибете), ваҡытлыса файҙаланылмаған аҡсаларҙы туплау һәм артабан уларҙы кредиттар формаһында бүлеп биреү, иҡтисад субъекттары араһында аҡсалата иҫәп‑хисап, илдә аҡса әйләнешен, ш. иҫ. аҡсалар һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар эмиссияһын көйләү, халыҡтың аҡса йыйымдарын һәм иҡт. субъекттарының аҡсалата килемен капиталға әйләндереү өсөн тәғәйенләнгән финанс‑кредит учреждениелары. РФ‑тың банк системаһы ике кимәлдән тора: юғары кимәле — Үҙәк Б., түбәнгеһе — коммерция банкылары һ.б. кредит учреждениелары. Үҙәк Б. коммерция банкыларының эшмәкәрлеген яйға һала, улар өсөн берҙәм бухгалтерия иҫәбе һәм отчётлылыҡ ҡағиҙәләрен билдәләй, монополь рәүештә ҡулдағы аҡса эмиссияһын тормошҡа ашыра, аҡса әйләнешен көйләй. Башҡортостанда банкылар селтәре үҫеше 19 б. 60‑сы йй. Ырымбур (1864 й. нигеҙләнгән), Троицк (1866), Бөрө, Минзәлә, Силәбе (бөтәһе лә — 1867), Стәрлетамаҡ (1869), Өфө (1876) ҡҡ. ҡала йәмәғәт Б.; Дәүләт Б. Өфө бүлексәһен (1865); Өфөлә (1866; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1879), Ырымбурҙа (1875), Благовещен, Дәүләкән һәм Стәрлетамаҡта (1912) үҙ‑ара кредитлау йәмғиәттәрен; Өфө ссуда-һаҡлыҡ ширҡәтен (19 б. 70‑се йй.); Волга‑Кама коммерция Б. Өфө (1873) һәм Ырымбур (1885) бүлексәләрен; Крәҫтиән ер банкыһының Өфө (1883) һәм Ырымбур (1885) бүлексәләрен; Рус сауҙа‑сәнәғәт Б. Ырымбур бүлексәһен (1894) ойоштороуҙан башлана. Б., ҡыҫҡа ваҡытлы операцияларға аҡса һалып, башлыса мөһим клиенттарҙы хеҙмәтләндерә. Б. эшмәкәрлегенең һиҙелерлек үҫеше 19 б. 90‑сы йй. күҙәтелә: Өфө ҡала йәмәғәт Б. йыллыҡ әйләнеше 1890 й. 8,5 млн һум тәшкил иткән, Бөрөнөкө — 484 мең һум, Минзәләнеке — 441 мең, Бәләбәйҙеке — 333 мең һум. 1890—95 йй. Волга‑Кама коммерция Б. Өфө бүлексәһенең йыллыҡ әйләнеше — 58,1 млн һумдан 97 млн һумға, Өфө үҙ‑ара кредитлау йәмғиәтенеке 2,7 млн һумдан 3,6 млн һумға еткән. Крәҫтиән ер банкыһының эшмәкәрлеге киңәйә. Б. м‑н бер рәттән финанс иҫәп‑хисабы м‑н улус идаралыҡтарындағы ссуда‑һаҡлыҡ кассалары (1890 й. Өфө губернаһында уларҙың һаны яҡынса 40 була) шөғөлләнә. Яңы Б. барлыҡҡа килә: Себер сауҙа Б. Өфө (1905) һәм Бөрө (1912) бүлексәләре; тышҡы сауҙа өсөн Рус Б. (1912) Өфө бүлексәһе (1912); Дон, Түбәнге Новгород‑Һамар Б. Ер агентлыҡтары (Өфө, 1912); Азов‑Дон коммерция Б. Ырымбурҙағы бүлексәһе (1908). Кредиттарҙы ш. уҡ кредит, ссуда‑һаҡлыҡ ширҡәттәре (кредит кооперативтары) һәм губ., өйәҙ земстволарының кредит кассалары (1913 й. Өфө губ. уларҙың һаны 287 була, 1917 й. — 311) бирә. Башҡортостандың Б. системаһы Октябрь революцияһынан һуң үҙгәртеп ҡорола. Шәхси Б. национализациялана. 20‑се йй. 1‑се ярт. Сәнәғәт Б. (ҡара: “Башпромбанк”), Бөтә Рәсәй кооператив банкыһы, Бөтә Союз кооператив‑колхоз банкыһы (ҡара: “Башҡортостан”), а.х. кредитлау йәмғиәтенең (“Башсельхозкредит”) дөйөм Союз махсус (тармаҡ) Б. филиалдары асыла; урындағы Б. ойошторола башлай: Коммуналь Б. (“Башкомбанк”), Өфө үҙ‑ара кредитлау йәмғиәте яңынан төҙөлә. 30‑сы йй. производство үҫеүенә бәйле банк системаһы үҙгәртеп ҡорола, производствоны һәм тауар әйләнешен кредитлауҙың яңы принциптары һәм формалары индерелә. Дәүләт Б. Башҡ‑н контораһы производствоны һәм тауар әйләнешен ҡыҫҡа ваҡытҡа кредитлауҙың берҙәм банкыһына, халыҡ хужалығының иҫәп‑хисап һәм касса үҙәгенә әйләнә. Махсус Б. филиалдары оҙайлы ваҡытҡа кредитлау Б. үҙгәртелә. 1959 й. респ. банк системаһы яңынан үҙгәртеп ҡорола. Оҙайлы ваҡытҡа аҡса һалыу Б. бөтөрөлә, уларҙың функциялары Дәүләт Б. Башҡ‑н контораһына һәм Промбанктың Башҡ‑н контораһына (Башстройбанк итеп үҙгәртелә) тапшырыла. 1987 й. алып Б. эшмәкәрлеген һәм ойоштороу структураһын үҙгәртеп ҡороу башлана. Дәүләт Б. Башҡ‑н контораһының ғәмәлдәге 72 һәм Башстройбанктың 19 учреждениеһы базаһында Агропромбанктың — 56, Жилсоцбанктың — 5, Промстройбанктың — 23 һәм Һаҡлыҡ банкыһының 72 бүлексәһе ойошторола. БР‑ҙың аҡса‑кредит системаһында үҙгәрештәр була: 1988 й. алып пайҙар нигеҙендә элекке дәүләт махсус банкылары бүлексәләрен үҙгәртеү иҫәбенә тәүге кооператив (ҡара: “Восток”) һәм коммерция Б. төҙөлә башлай. 2010 й. респ. Милли банк, 11 коммерция банкыһы, башҡа төбәк Б. 37 филиалы, 30 вәкиллеге һәм бүлексәһе эшләй.
Әҙәб.: Обзор Уфимской губернии [1890—95 гг.]. Уфа, 1891—1896; Памятная книжка Уфимской губернии на 1891 год. Уфа, 1891.
Х.Б.Аҫылғужин, И.Р.Кощегулова
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина