Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИМЕРЕҮСЕЛӘР

Просмотров: 1644

КИМЕРЕҮСЕЛӘР (Rodentia), имеҙеүселәр отряды. 40‑тан ашыу ғаиләһе, 2500 төрө билдәле. БР‑ҙа 8 ғаиләгә (ваҡ сысҡандар, ирләндәр, йоҡосолар, ҡондоҙҙар, осар тейендәр, сысҡандар, тейендәр, ялмандар) ҡараған 32 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 6 см алып (ваҡ сысҡандар) 100 см тиклем (йылға ҡондоҙо), ауырлығы 6 г алып 30 кг тиклем. Йөнөнөң төҫө асыҡ һоронан алып ҡараға тиклем, ҡайһы берҙә сыбар. Йөнө ғәҙәттә ҡыҫҡа, ҡуйы, ебәк кеүек. Тире биҙҙәре, табандарында тир биҙҙәре бар. Күҙе бик ҙурҙан алып (осар тейен) тире аҫтында йәшеренгән яралғы хәлендәгегә тиклем (һуҡыр сысҡандар). Ирене хәрәкәтсән, ал яҡтан икегә бүленгән, мыйығы оҙон; күп К. аҙыҡты ваҡытлыса һаҡлау өсөн хеҙмәт иткән яңаҡ арты муҡсайҙары бар. Һөйәк аңҡауҙары киң пластинка рәүешендә. Алғы тештәре — ҡырҡҡыстар, өҫкө һәм аҫҡы яңаҡтарҙа берәр пар булып урынлашҡан, эре, тамырһыҙ, ышҡылған осраҡта үҙ аллы үткерләнә, даими үҫә. Ҡаҙыҡ тештәре юҡ, ҡырҡҡыс һәм аҙау тештәре араһында ҙур аралыҡ — диастема бар. Аҙау тештәренең сәйнәү йөҙө киң, ҡайһы бер К. даими үҫә. Аҙау тештәренең ышҡыусы йөҙө ҡытырмаҡ һыртлы йәки шыма йыйырсыҡлы, уларҙың ситтәре ш. уҡ үҙ аллы үткерләнә. Муйыны йыуан, ҡыҫҡа, кәүҙәһе цилиндр формаһында, аяғы ҡыҫҡа, тырнаҡлы; һикереп хәрәкәт иткән төрҙәрҙең (ялмандар) артҡы аяҡтары бик оҙон; ҡаҙыусы К. (цокорҙар) — ҙур тырнаҡлы; осорға һәләтле төрҙәрҙең (осар тейен) ситке тире ҡатламын тотоп торған һөйәктәре бар. Полигам. Эре К. (йылға ҡондоҙо, ябай һыуыр һ.б.) енси яҡтан 2 йылда, ваҡтары (ҡыр сысҡаны, сысҡан һ.б.) 2—3 айҙа өлгөрә. К. үрсемле: сысҡандар, ҡыр сысҡандары йылына 6—8 тапҡыр 8—14 бала, йылға ҡондоҙо, ябай һыуыр йылына 1 тапҡыр 6‑ға тиклем бала тыуҙыра. Эре К. 4—7 йыл, ваҡтары 1,5— 2 йыл йәшәй. Һыуыр, йомран ҡышын йоҡоға тала. Күпселек К. үҫемлек, ҡайһы берҙәре бөтә нәмә м‑н дә, бөжәктәр м‑н туҡлана. К. күп төрҙәре үҙҙәре ҡаҙған, йыш ҡына тәрән һәм ҡатмарлы төҙөлөшлө өңдәрҙә ярым ер аҫтында йәшәй; ер өҫтөндә туҡлана. Башлыса ер өҫтөндә (сысҡан, ҡомаҡ), һыу буйында (ҡара шәшке, ҡондоҙ, ондатра) һәм ағас башында (баҡса ҡомағы, тейен) йәшәүсе төрҙәр. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Тейен, ондатра — ҡиммәтле тиреле һунар йәнлектәре, аҡ ҡомаҡ һәм сысҡандарҙы лаб. хайуандары итеп үрсетәләр. К. йыртҡыс ҡоштар (бөркөт, көсөгән һ.б.) һәм имеҙеүселәр (йәтсә, төлкөләр һ.б.) өсөн аҙыҡ булып тора. Күпселек К. — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, амбар ҡоротҡостары, кеше һәм йорт хайуандарының гельминттар м‑н зарарланыуының сығанағы. К. кеше чумаһы, ҡотороу ауырыуы, лептоспироз, сусҡа килаһы, туляремия һ.б. тыуҙырғыстарының резервуары булып тора. Механик таратыусылар булараҡ, К. хайуандарҙың күпселек инфекцион ауырыуҙары һәм паразитар ауырыуҙары таралыуына булышлыҡ итә. Эктопаразиттарҙы туйындырыусылар булараҡ, К. ауырыуҙарҙың (бруцеллёз, листериоз, токсоплазмоз һ.б.) тәбиғи сығанаҡтары барлыҡҡа килеүенә һәм һаҡланыуына шарттар тыуҙыра. Осар тейен, баҡса ҡомағы, ябай һыуыр, ялман БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Баянов, М.М.Ғәниев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.03.2021