ГИПЕРБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР
ГИПЕРБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, бүлендек сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләр класы. Г.т. ысын коэффициентлы 1‑се тәртип тигеҙләмәләре һәм 2‑се тәртип тигеҙләмәләренең ҡайһы бер типтары (тулҡын тибы, мәҫ., ҡыл тирбәлеүе тигеҙләмәһе) инә. Төрлө тәбиғәтле тулҡын күренештәрен тасуирлау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Г.т. һәм тигеҙләмәләр системалары теорияһы б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. башлана. Математика институтында 80‑се йй. уртаһынан Г.т. боларыуы (Л.А.Калякин), 90‑сы йй. башынан интеграцияланған Г.т. классификациялау (А.В.Жибер) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Башҡорт дәүләт университетында, Педагогия университетында Г.т. һыҙыҡлы булмаған системаларын аналитик һәм һанса ысулдары м‑н интеграциялау өйрәнелә, улар нигеҙендә газ динамикаһы мәсьәләләрен һанса сығарыуҙың параллель алгоритмдары эшләнә (Ф.Х.Мөҡминов). Стәрлетамаҡ педагогия академияһында 90‑сы йй. башлап һыҙыҡлы булмаған Г.т. өсөн локаль булмаған һәм сик мәсьәләләре б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (К.Б.Сабитов). Механика институтында гидроһығылмалы системаларҙың периодик һәм периодик булмаған тирбәлеүҙәре режимы тикшерелә (М.Ә.Илһамов), газ динамикаһындағы Г.т. системаларының аныҡ сығарылмалары алына (С.В.Хәбиров).
Л.А.Калякин
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов