ГУСЕВ Владимир Георгиевич
ГУСЕВ Владимир Георгиевич (30.12.1942, Өфө ҡ. — 22.7.2017, шунда уҡ), инженер-электромеханик. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1988). РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1983). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ (1991—2008 йй. мәғлүмәт-үлсәү техникаһы кафедраһы мөдире), 2001—12 йй. — БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге автоматикаға, телеметрияға, медицинала ҡулланылған диагностика сараларын һәм физиотерапия өсөн ҡулайламалар уйлап табыуға арналған. Г. тарафынан магнитлы‑электронлы компоненттар һәм мәғлүмәт үҙгәрткестәре теорияһы һәм уларҙы проектлау нигеҙҙәре уйлап табылған; өйрөлөүсе объекттарҙың (атап әйткәндә, газ турбиналы двигателдәр роторҙарының) параметрҙарын үлсәү, гальваник процестарҙы контролдә тотоу һәм автоматлаштырыу өсөн техник саралар; рефлексотерапия ваҡытында кеше организмының локаль зоналарының торошон билдәләү приборҙары эшләнгән. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең авиация сәнәғәте предприятиеларында индерелгән.
Х е ҙ м.: Электроника. 2-е изд., перераб. и доп. М., 1991 (авторҙ.); Методы построения точных электронных устройств. 2-е изд., испр. и доп. Уфа, 2010 (авторҙ.); Электроника и микропроцессорная техника. 6-е изд., стереотипное. М., 2013 (авторҙ.).
В.М.Сапельников
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов