СЫЛБЫРЛЫ ТӘГӘРМӘСЛЕ МАШИНАЛАР
СЫЛБЫРЛЫ ТӘГӘРМӘСЛЕ МАШИНАЛАР, үтеүе ҡыйын урында йөк ташыу һәм тартыу функцияларын башҡарған техника төрө. Функциональ тәғәйенләнеше б‑са махсус С.т.м. (хәрби десант машиналары, хәрби пехота машиналары, бронетранспортёрҙар, танкылар), транспортёр‑тартҡыстарға һәм төрлө маҡсат м‑н файҙаланылған транспортёрҙарға (конструкцияһына ҡарап бер һәм ике звенолыларға айырыла) бүленә; ауырлыҡ категорияһы (6–32 т), йөк күтәрә алыуы (1,5–30 т), буксирланған тағылманың ауырлығы (2,5–15 т) б‑са айырыла. С.т.м. конструкцияһы индивидуаль торсионлы йәки гидропневматик аҫылма, резиналанған йәки тулыһынса резинанан яһалған таяныу катоктары, киң сылбырлы аҫылмаһы булған йөрөткөс өлөшө булыуы; гидродинамик трансмиссияны файҙаланыу; герметик корпусы; боролғанда уртаса юғары хәрәкәт тиҙлеген һәм манёврлыҡты тәьмин иткән борт тапшырыу коробкаһы булыуы м‑н айырылып тора. С.т.м. тағылманың йөк ауырлығы ҙур булғанда сағыштырма йөк ташыу мөмкинлеге юƒары, макс. (70 км/сәғ. тиклем) һәм уртаса (45 км/сәғ. тиклем) хәрәкәт тиҙлектәре юғары, сағыштырма ҡеүәте ҙур (25 ат көсө/т), ергә сағыштырма баҫымы түбән (0,3 кг/см2 тиклем), бындай техника йөҙә ала, юлһыҙ ерҙән шәп йөрөй. Ҡорал монтажлау, технологик ҡорамалдар (кран, экскаватор, манипуляторҙар һ.б.), махсус тәғәйенләнешле машиналар (ашығыс медицина ярҙамы, янғын һүндереү, ғәҙәттән тыш хәл, авария эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән машина комплекстары) һ.б. өсөн база шассиһы сифатында файҙаланыла. 20 б. 80‑се йй. башынан “Витязь” ААЙ‑нда “Витязь” төркөмөнә ҡараған йөҙә алған һәм йөҙә алмаған ике звенолы транспортёрҙарҙың төрлө модификациялары (авария‑ҡотҡарыу, ремонтлау, транспорт‑технология комплекстары, оҙон йөктәрҙе ташыу өсөн) сығарыла.
И.И.Ғәбитов, В.К.Микалуцкий
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов