Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕНҒАЛЫШ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 905

ЕНҒАЛЫШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Енғалыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Йоматау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 435 кеше; 1920 — 1684; 1939 — 1559; 1959 — 1163; 1989 — 474; 2002 — 493; 2010 — 485 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1789 й. керҙәшлек килешеүе б‑са элек суҡындырылған мордвалар (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 17 б. Пенза губ. килгән урыҫ крәҫтиәндәре) Иҫке Енғалыш исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Янғалыш, Фёдоровский, Александровка булараҡ теркәлгән. 1865 й. Е. 130 йортта 1003 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, арба, сана яһау, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, 1‑әр бакалея, шарап һәм һыра кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы, кредитлау ширҡәте урынлашҡан.

И.Ф.Хафизова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: