БАЙМИЕВ Алексей Хәниф улы
БАЙМИЕВ Алексей Хәниф улы (23.4.1971, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Түбәнге Балтас а.), молекуляр биолог. Биол. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1993) Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй: 2003 й. алып — өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 2006 й. башлап БДПУ‑ла, 2008 й. — БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ризобияларҙың биол. күп төрлөлөгөн һәм филогенияһын, бүлбе бактерияларының ҡуҙаҡлылар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүенең молекуляр нигеҙҙәрен өйрәнеүгә арналған. Б. 26 төр ҡуҙаҡлыларҙа углевод бәйләүсе лектиндарҙың эҙмә‑эҙлелеген кодҡа һалыусы ген участкаларын клонлаштыра һәм секвенирлай; бер үк ризобиялар м‑н симбиозға инеүсе үҫемлектәрҙә структураһы м‑н углевод бәйләүсе эҙмә-эҙлелеккә һәм үҙенсәлектәре м‑н ябай шәкәрҙәргә оҡшаш лектиндарҙың булыуын, гибрид лектиндарҙың ҡуҙаҡлыларҙың киҫешеүле инокуляцияһы даирәһен киңәйтеү һәләтен асыҡлай. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Влияние природных и гибридных лектинов на взаимодействие бобовых растений с ризобиями //Прикладная биохимия и микробиология. 2008. Т.44. №6 (авторҙ.); Симбиотические реакции корней облепихи, трансгенных по гену лектина гороха посевного //Физиология растений. 2010. Т.57. №1 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова