Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЭРОПОРТТАР

Просмотров: 1370

АЭРОПОРТТАР (аэро... һәм порт), граждандар авиацияһы саралары м‑н даими рәүештә пассажирҙар, йөк, почта ташыусы һәм һауа суднолары осошон ойоштороуҙы, хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеүсе транспорт предприятиелары. А. ер өҫтө хеҙмәттәре, күтәрелеү-ултырыу һыҙаттары, аэровокзалы (ҡара: Вокзалдар) булған аэродромдан тора. БР‑ҙағы иң ҙур Өфө А. тарихы 1924 й. Глумилин а. һәм Көнсығыш биҫтә (Өфөнөң Көньяҡ автовокзалы р‑ны) араһында А. төҙөүҙән башлана. Уның бер привод радиостанцияһы була, У-2, Р-5 һәм ПС-9 самолёттарын ҡабул итә, көндөҙ осоу өсөн яраҡлы була. 1959 й. яҡын һәм алыҫ привод радиостанциялары төҙөлә, улар самолёттарҙы төнөн һәм ҡатмарлы метеошарттарҙа ҡабул итергә мөмкинлек бирә, төнгө старт өсөн һыҙат б‑са эргәләш уттар ҡуйыла; яғыулыҡ-майлау материалдары хеҙмәте булдырыла; авиация паркы Ли-2 самолёттары м‑н тулыландырыла; Минераль Һыуҙар, Мәскәү, Новосибирск, Сочи ҡҡ. рейстар асыла (ҡара: Һауа транспорты). 1962 й. Өфөнән 30 км көньяҡтараҡ урынлашҡан А. файҙаланыуға тапшырыла.

1964 й. алып Өфө А. аэродромы 2‑се класлы аэродромдарға ҡуйылған талаптарға яуап бирә: сигендә хәүефһеҙлек һыҙаты булған грунт һәм бетон һыҙаттары; ер өҫтө яҡтылыҡ һәм радиотехник саралары, хеҙмәт биналары комплексы бар; Ан-10, Ан-12, Ан-24, Ан-74, Ил-18, Ту-124, Ту-134, Ту-154, Боинг-747 һ.б. самолёттарҙы даими ҡабул итеүҙе һәм осороуҙы тәьмин итә. 1992 й. башлап Өфө А. халыҡ-ара статусҡа эйә. 90‑сы йй. ш. уҡ Белорет (1933 й. төҙөлгән), Нефтекама (60‑сы йй. уртаһы), Октябрьский (1962), Сибай (1958) ҡҡ., Аҡъяр, Асҡын, Бүздәк, Йылайыр, Ҡариҙел һ.б. район үҙәктәрендә (50—70‑се йй.) урындағы әһәмиәттәге А. эшләй. Яңауыл ҡ. А. (1931) 1941 й. тиклем СССР‑ҙың төп һауа магистралдәренең береһе Мәскәү—Владивосток өсөн аралаш була, союз һәм урындағы әһәмиәттәге линияларҙа самолёттар ҡабул итеү һәм осороу м‑н шөғөлләнә. 2010 й. алып Сибай ҡ. А. “Арҡайым” авиакомпанияһы (Өфө р‑ны Булгаков а.) файҙалана.

Н.Ғ.Ризуанов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: