КҮРГӘҘМӘЛӘР
КҮРГӘҘМӘЛӘР, кешенең матди һәм рухи эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштарын күрһәтеү. Ойоштороу маҡсаты б‑са — сауҙа, аң‑белем таратыу‑танып белеү (һынлы сәнғәт күргәҙмәләре, фәнни‑техник ҡаҙаныштар һ.б.); ваҡыты б‑са — даими үткәрелеп торған, һәр ваҡыт эшләүсе һ.б.; күрһәтелгән экспонаттары б‑са – универсаль (иҡтисадтың төрлө тармаҡтары продукцияһын, фән, техника, мәҙәниәт ҡаҙаныштарын күрһәтеү), махсус (бер йәки бер нисә үҙ‑ара яҡын тармаҡ тауарҙарын күргәҙмәгә ҡуйыу); ҡатнашыусылар составы б‑са бөтә донъя, халыҡ-ара, төбәк, милли күргәҙмәләр айырыла. Башҡортостанда күргәҙмә эшмәкәрлеге м‑н “БашЭКСПО” күргәҙмә үҙәге, “Лигас” коммерция инновация үҙәге, Башҡ‑н күргәҙмәләр компанияһы һ.б. шөғөлләнә (ҡара: табл.). К. — Респ. күргәҙмәләр комплексында (1972 й. алып), Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында һәм “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында (90‑сы йй. башынан); сәнғәт К. күргәҙмә залдарында һәм һынлы сәнғәт галереяларында үткәрелә.
Г.Г.Вагнер
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Б а ш ҡ о р т о с т а н д а к ү р г ә ҙ м ә л ә р б у й ы н с а э ш м ә к ә р л е к
Ойошмаларҙың исеме |
Күргәҙмәләр һаны |
Экспонаттар һаны (ш. иҫ. сит илдәрҙеке) |
||||
|
2009 |
2010 |
2011 |
2009 |
2010 |
2011 |
“БашЭКСПО” күргәҙмә үҙәге |
14 |
12 |
20 |
1255 (73) |
1349 (31) |
1746 (75) |
“Лигас” коммерция инновацион үҙәге |
12 |
13 |
14 |
716 (10) |
1171 (8) |
1336 (5) |
Башҡ-н күргәҙмәләр компанияһы |
29 |
35 |
38 |
1185 (8) |
1314 (10) |
1471 (10) |