ДОТАЦИЯ
ДОТАЦИЯ (лат. dotatio – бүләк), алынған табыштары продукцияны етештереүгә һәм һатыуға киткән сығымдарын ҡаплай алмаған файҙаһыҙ предприятиеларға; дефицитын ҡаплау өсөн түбән кимәлдәге бюджеттарға; туҡланыу, юл йөрөү, балаларға соц. пособиелар һ.б. рәүешендә граждандарға ағымдағы сығымдарын ҡаплау өсөн ҡайтарыуһыҙ һәм түләүһеҙ нигеҙҙә дәүләт бюджетынан бүлеп бирелгән аҡса. Д. биреү файҙаһыҙ пр-тиеларға банкротлыҡ булдырмауға, ш. уҡ айырым ҡулланыу тауарҙары һәм хеҙмәттәренә ваҡлап һатыу хаҡтарының артып китеүенә юл ҡуймауға булышлыҡ итә. Мәжбүри эшләнгән сара; бюджет дефициты үҫешенең бер сәбәбе булып тора. 20 б. 30‑сы йй. ауыр сәнәғәттә, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа Д. файҙаланыу илдең халыҡ хужалығы тармаҡтарын индустриялаштырыу һәм үҙгәртеп ҡороуҙы тиҙләтә. Һуңыраҡ Д. системаһы сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтенең күп кенә тармаҡтарында, эшкәртеү сәнәғәтенең ҡайһы бер тармаҡтарында һаҡланып килә; төп продукцияны пландағы һәм фактик үҙҡиммәте хаҡынан түбән хаҡҡа һатҡан пр-тиеларҙың, ш. иҫ. сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, медицина сәнәғәте, тимер юл транспорты, ҡала транспорты пр‑тиеларының планлы зыянын ҡаплау өсөн ҡулланыла. Баҙар иҡтисады шарттарында Д. адреслы төҫ ала (ҡара: Субвенция, Субсидия) һәм кәмеүгә табан бара. 2011 й. район, ҡала һәм урындағы бюджеттарға финанс ярҙамы күрһәтеү тәртибендә БР бюджетынан 4397 млн һум аҡса бүленгән. Иң ҙур суммалы Д. Баймаҡ (134,4 млн һум), Илеш (137,1 млн һум), Миәкә (104,2 млн һум), Туймазы (146,4 млн һум), Яңауыл (124,5 млн һум) р‑ндарына, ш. уҡ Межгорье (229,6 млн һум), Нефтекама (131,5 млн һум) ҡҡ. бирелгән.
Н.Ғ.Арыҫланов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина