Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГНЕЙС

Просмотров: 1052

ГНЕЙС (нем. Gneis), метаморфик тау тоҡомо. Ялан шпаты, кварц, биотит, мөгөҙ обманкаһынан һ.б. тора. Тәүге тоҡомдарҙың сығышы буйынса ортогнейстар, парагнейстар, ҡара төҫтәге минералдар составы буйынса амфиболлы, биотитлы, гранатлы, кианитлы һ.б. айырыла. Структураһы гранобластлы, порфиробластлы; текстураһы һәүерташлы, һыҙыҡлы; төҫө асыҡ һоронан ҡуйыға тиклем. Ҡырсынташ етештереүҙә ҡулланыла. БР‑ҙа Көнсығыш Европа платформаһының кристаллы нигеҙе, Башҡорт мегантиклинорийының Александр, Өпәле, Тараташ метаморфик комплекстары составына инә.

Әҙәб.: Саранчина Г.М., Шинкарев Н.Ф. Петрология магматических и метаморфических пород. 2-е изд., перераб. и доп. Л., 1973.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022