Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОФИЗИКА, наука

Просмотров: 1862

ГЕОФИЗИКА, Ерҙең төҙөлөшөн, физик үҙенсәлектәрен һәм уның ҡаты (литосферала), шыйыҡ (гидросферала) һәм газ (атмосферала) ҡабығында барған процестарын физик ысулдар м‑н өйрәнеүсе фәндәр комплексы. “Ҡаты” Ер физикаһына (геотермия, геоэлектрика, гравиметрия, сейсмология, разведкалау Г. һ.б.), гидрофизикаға (диңгеҙ һәм ер өҫтө һыуҙары физикаһы) һәм атмосфера физикаһына (аэрология, ионосфера физикаһы һ.б.) айырыла. Разведка Г. файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарҙы эҙләү, разведкалау һәм үҙләштереүҙе контролдә тотоу һәм геомагнит, гравитация, электр һ.б. ҡырҙарҙы үлсәү, ер ҡабығында сейсмик тулҡындарҙың таралыуын өйрәнеү нигеҙендә инженер-геологик эҙләнеү мәсьәләләрен хәл итә; ҡыр шарттарында һәм промысла (скважина) күләмендә тикшереү айырыла. Геофизик тикшереү һөҙөмтәләрен гидрометеорология хеҙмәте файҙалана. Башҡортостанда тәүге геофизик тикшереүҙәр 1925 й. Йылайыр кантонында төҫлө металл ятҡылыҡтарын эҙләгәндә үткәрелә. Ишембай нефть ятҡылығы үҙләштерелә башлағандан һуң, республикала Г. үҫешенең төп йүнәлеше — промысла Г. билдәләнә (ҡара: Скважиналарҙы геофизик тикшереү). 30‑сы йй. башынан нефть эҙләү һәм разведкалау б‑са тикшеренеүҙәр — гравиразведка, магниторазведка һәм сейсморазведка ысулдары м‑н, 30‑сы йй. аҙағынан ҡаты ҡаҙылма байлыҡтарҙы асыҡлау электроразведка ысулы м‑н алып барыла. 1934 й. алып “Башнефтегеофизика” ААЙ ҡыр шарттарында үткәрелгән геофизик эштәрҙе һәм скважиналарҙы тикшереүҙе промысла Г. ысулдарын файҙаланып алып бара (С.Н.Миролюбов, В.Д.Сапожников, Н.К.Юнысов, Й.Р.Әҙиев һ.б.). 1957 й. башлап “Башкиргеология” ААЙ‑нда мәғдән ятҡылыҡтарын, ер аҫты һыуҙарын һәм мәғдәнһеҙ сеймал ятҡылыҡтарын эҙләгәндә һәм разведкалағанда, геология планын төшөрөү һәм терр‑яларҙың тәрәндәге төҙөлөшөн өйрәнеү ваҡытында аэромагнит, электр, гравиметрик һ.б. ысулдарҙы файҙаланып геофизик тикшереүҙәр үткәрелә (В.М.Латыш, В.М.Попов һ.б.); 1962 й. алып Геология институтында төбәк профилдәр системаһы б‑са геотермик, палеомагнит, сейсмогеологик тикшеренеүҙәр алып барыла (И.В.Голованова, И.С.Огаринов, В.Е.Сальников һ.б.). Бөтә Союз геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑ты һәм “Геофизика” ғилми-производство фирмаһы Г., аппараттар, комплекслы технологиялар, методик һәм программа саралары эшләү б‑са ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыла (И.И.Башлыкин, П.А.Бродский, И.Г.Жувагин, В.В.Лаптев, А.А.Молчанов, Л.Г.Петросян һ.б.). 70‑се йй. “Башнефтегеофизика” тресында сейсморазведкала (В.В.Рыбачек, Р.И.Шаһмәмәтов, Юнысов) һәм алынған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙә, аңлатма биреүҙә дөйөм тәрән нөктәләр ысулы (Р.Х.Йәнекәев, А.С.Кронрод, А.П.Павлов) индерелә, нефть ятҡылыҡтарының төҙөлөшөн асыҡлау өсөн күләмле модификация (3D) һәм скважиналар эргәһен сейсмик юл м‑н ентекле тикшереү алымдары (В.В.Дуброва, В.Ф.Пахомов, В.И.Разуваев, А.В.Сухачёв) үҙләштерелә. 60‑сы йй. уртаһынан Башҡорт дәүләт университетында тикшеренеүҙәрҙең ядролы-геофизик ысулдарының математик моделен төҙөүгә мөмкинлек биргән физика һәм математика элементтарын берләштергән ғилми йүнәлеш — физикала Монте-карло һәм Г. ысулдары (И.Г.Дядькин, Д.Ҡ.Ғәлимбәков, В.Н.Стариков) үҫеш ала; 70‑се йй. башынан скважиналар термометрияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла (А.С.Буевич, Р.А.Вәлиуллин, И.Л.Дворкин, Л.Л.Пацков һ.б.); 80‑се йй. аҙағынан нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыуҙы геофизик контролдә тотоуҙың компьютерлаштырылған технологияларын булдырыу б‑са ғилми йүнәлеш үҫеш ала; автоматлаштырылған “Прайм”, “Гидрозонд” системалары уйлап табыла һәм БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәре геофизик пр‑тиеларында индерелә. 1985 й. алып Нефть техник университетында нефть ятҡылыҡтарының геологик төҙөлөшөн асыҡлау һәм ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙә ҡулланылған системаны камиллаштырыу өсөн коллекторҙарға һыу ебәреү процестарын өйрәнеү б‑са ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыла (В.И.Дворкин, Б.М.Орлинский). Республикала 500‑ҙән ашыу нефтле һәм газлы структура тикшерелә һәм нефть, газ сығарыу өсөн быраулауға әҙерләнә. БР терр‑яһы 1:200000 масштабында гравиметрик һәм аэромагнит ысул м‑н төшөрөп алына, терр‑яның платформа өлөшөнә 1:50000 һәм 1:25000 масштабында сейсморазведка үткәрелә. Ер ҡабығының төҙөлөшөн тикшереү һөҙөмтәһендә платформа рәүешендә ҡалҡыуҙарҙың һәм нефть ятҡылыҡтарының урынлашыу законлылыҡтары асыла, тәрәндәге ярылыу зоналары билдәләнә, бер нисә профиль б‑са сейсмогеологик һәм геофизик киҫелеш төҙөлә, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары, нефть һәм тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һ.б. асыла. 90‑сы йй. халыҡ-ара “Европроба” программаһының Уралсейс—95 проектына ярашлы, Рәсәй, Германия, Испания, АҠШ һ.б. илдәрҙең ғилми-тикшеренеү учреждениелары ҡатнашлығында БР‑ҙың Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу б‑са дәүләт комитеты (Б.Д.Мәһәҙиев, А.Л.Чернов, В.Ф.Шадрин һ.б.), “Башнефтегеофизика” (Р.Б.Болғаҡов, Йәнекәев, В.И.Северин һ.б.), “Башкиргеология” ААЙ (А.А.Пацков һ.б.), Геология ин‑ты (А.М.Косарев, В.Н.Пучков һ.б.) тарафынан, Евразия литосфераһы ҡабығының һәм өҫкө мантияһының тәрәндәге төҙөлөшөн өйрәнеү маҡсатында, БР һәм Силәбе өлкәһе сиктәрендә 500 км һуҙылған трассала ҡыр эштәренең тулы комплексы үткәрелә. Төрлө сейсмик ысулдарҙы файҙаланып, Урал орогенының структура үҙенсәлектәре өйрәнелә.

Әҙәб.: Валиуллин Р.А., Рамазанов А.Ш. Термические исследования при компрессорном освоении нефтяных скважин. Уфа, 1992; Глубинное строение и геодинамика Южного Урала (проект Уралсейс). Тверь, 2001.

Р.Б.Болғаҡов, Р.А.Вәлиуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019