Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛЛЫҠ АҠМА

Просмотров: 1296

ЙЫЛЛЫҠ АҠМА, бер йыл эсендә йылға ағымы киҫелеше аша үткән һыу күләме. Й.а. төп күрһәткестәре — аҡманың ҡатламы (һыу йыйыу ҡоролмаһынан бер йыл эсендә ағып төшкән һәм майҙан өҫтөнә тигеҙ итеп бүленгән һыу ҡатламының күләме), нормаһы (уртаса күп йыллыҡ аҡма күләме, дауамлылығы оҙонайғанда әллә ни тиклем үҙгәрмәй); модуле (билдәле бер майҙан өҫтөнән билдәле бер ваҡыт эсендә ағып төшкән һыу күләме) һәм күләме, ш. уҡ уртаса йыллыҡ һыу сығымы. Й.а. барлыҡҡа килеүе яуымтөшөм режимына, һауа температураһына, терр‑яның рельефына, геол. төҙөлөшөнә, тупраҡ ҡатламдарына һәм үҫемлектәр донъяһына бәйле; ҡарлы, ямғырлы, грунтлы, боҙлоҡло туйыныу иҫәбенә барлыҡҡа килә. Макс. Й.а. яҙғы ташҡын һәм ташҡын ваҡытында, миним. — йәйге йәки ҡышҡы межень осоронда күҙәтелә. Терр‑яларҙың һыу режимын өйрәнгәндә, гидрологик күҙаллауҙар, һыу кадастры төҙөгәндә, ш. уҡ гидротехник ҡоролмалар проектлағанда иҫәпкә алына. Башҡортостан йылғаларының Й.а. формалашыуына (ҡара: табл.) тауҙарҙың меридиональ йүнәлештә һуҙылып ятыуы, уларҙың көнбайыш һәм төньяҡ‑көнбайыш һауа массалары юлында кәртә булыуы, карст үҫеше, бейеклек бүлкәтлеге, күлдәр йоғонтоһо һ.б. тәьҫир итә. Башҡортостандың Урал алдында уртаса йыллыҡ аҡма ҡатламы 80—240 мм, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында — 240 мм алып (Ләмәҙ й. басс. — 480 мм күберәк), Башҡортостандың Урал аръяғында — 120 мм тиклем (Таналыҡ й. түбәнге ағымында — 60 мм кәмерәк) тәшкил итә. БР‑ҙа Й.а. барлыҡҡа килеүе 4 гидрологик станцияла (Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Йылайыр р‑ны Йылайыр а. һәм Нуриман р‑ны Павловка а.) һәм 50 гидрологик поста күҙәтелә (2012).

В.А.Загорский

Тәрж. И.М.Япаров


Башҡортостан территорияһында айырым гидрологик постар буйынса йыллыҡ һыу аҡмаһы

Йылға

Гидрологик пост

Һыу йыйыу майҙаны, км2

Уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәр

уртаса йыллыҡ һыу сығымы, м3

аҡма модуле, л/с•км2

аҡма ҡатламы, мм

аҡма күләме, мм

Ағиҙел

Арский ташы а. (Белорет р‑ны)

2300

13,7

5,94

188

0,426

Ағиҙел

Стәрлетамаҡ ҡ.

2100

124,0

5,90

181

3,90

Ағиҙел

Өфө ҡ.

100000

757,0

7,57

239

23,9

Ҡариҙел

Үрге Һөйән а. (Ҡариҙел р‑ны)

32400

224,0

6,91

218

7,01

Әй

Мәтәле а. (Дыуан р‑ны)

14200

85,9

6,05

191

2,71

Дим

Бочкарёвка а. (Шишмә р‑ны)

12500

48,1

3,85

121

1,52

Йүрүҙән

Әтнәш а. (Ҡариҙел р‑ны)

6930

61,8

8,92

281

1,95

Тере Танып

Алтайыу а. (Борай р‑ны)

4860

34,8

7,15

225

1,10

Инйәр

Аҙау а. (Архангел р‑ны )

4260

54,3

12,8

402

1,71

Өршәк

Ляхов а. (Ҡырмыҫҡалы р‑ны)

3130

9,45

3,02

95,2

0,298

Ләмәҙ

Түб. Ләмәҙ а. (Иглин р‑ны)

1680

29,6

17,6

555

0,934

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019