Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАБАСЫР УТЫ

Просмотров: 882

БАБАСЫР УТЫ (Gentiana), бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, киң таралған, ләкин башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә үҫә. Башҡортостанда 3 төрө: ятыусан йәки түшәлмә Б.у., сатраш Б.у., үпкә Б.у. Бер йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы үрмәле йәки төҙ, ябай, бейеклеге 15—60 см. Япрағы ҡыяҡ, киң ланцет, еңсә формаһында, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе күк, шәмәхә йәки зәңгәр төҫтә, яңғыҙ, ҡуйын йәки ос ярымсатырҙарға йыйылған. Тажы көпшәле йәки буранка һымаҡ. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Һирәкләп тау болондарында, аҡландарҙа, урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһында респ. бөтә терр‑яһында осрай. Баллы, буяу, декоратив үҫемлектәр. Составында әсе матдәләр бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт түшәлмә Б.у. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Е.В.Кучеров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019