Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЗИЗОВ Таһир Хәсән улы

Просмотров: 1555

ҒӘЗИЗОВ Таһир Хәсән улы (12.9.1935, БАССР‑ҙың Бөрйән районы Иҫке Монасип а. — 28.11.2010, Ҡазан ҡ.), химик. Химия фәндәре докторы (1986). Ю.Х. Ғәзизовтың ағаһы. Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1962) РФА Ҡазан фәнни үҙәгенең Органик һәм физик химия институтында эшләй: 1973 й. алып өлкән, 1986 й. башлап төп ғилми хеҙмәткәр, 1992—2002 йй. ТР ФА‑ла бүлек начальнигы. Фәнни хеҙмәттәре фосфорорганик берләшмәләр химияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәргә арналған. Ғ. тарафынан 3 валентлы фосфор кислоталарының эфирлы һәм ангидридлы сығарылмаларының төрлө электрофил берләшмәләр менән реакцияларының дөйөм законлыҡтары асыҡланған һәм Арбузов реакцияһының билдәле төрҙәре системаға һалынған. Ғ. спирттарҙы, фенолдарҙы, меркаптандарҙы һәм аминдарҙы һайлап фосфорлаштырыуҙың яңы ысулын эшләй, фосфорит кислотаһының элек мөмкин булмаған трет-бутил эфирҙарын синтезлай, уларҙың үҙенсәлектәрен тикшерә, яңы юғары һөҙөмтәле биологик актив фосфорорганик берләшмәләр ала. Ғ. тарафынан таж һымаҡ зарядһыҙланыуҙың химик реакциялар тиҙлегенә һәм уларҙың йүнәлешенә тәьҫире өйрәнелгән, уны химия сәнәғәте предприятиелары ағынты һыуҙарын таҙартыу процесында файҙаланыу мөмкинлеге күрһәтелгән.

 Х е ҙ м.: Проблемы научного обеспечения агропромышленного комплекса. Казань, 1994; Реакция Арбузова. Казань, 2003.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: