ГЕОДИНАМИКА
ГЕОДИНАМИКА (гео... һәм гр. dynamis — көс), геологияның ваҡыт һәм арауыҡта массаларҙың тәрәндәге һәм ер өҫтөндәге хәрәкәтен тыуҙырған ер ҡабығындағы, мантияһындағы һәм ядроһындағы процестарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Дөйөм һәм айырым, экзоген һәм эндоген Г. бүлеп йөрөтөлә. Экзоген Г. — башлыса Ерҙең рельефын үҙгәртеүсе ел, һыу, боҙлоҡ һәм тышҡы мөхиттең башҡа факторҙары (денудация, ашалыу) хәрәкәте йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән процестарҙы, эндоген Г. (нео- һәм палеогеодинамика) Ерҙең эсендә барғандарын өйрәнә. Неогеодинамика файҙалы ҡаҙылмаларҙы үҙләштереү, төҙөлөш һ.б. бәйле тәбиғи (диңгеҙҙә һыу күтәрелеү, ер тетрәү, магнит ҡырының торошо) һәм техноген сәбәптәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән хәҙ. заман процестарын өйрәнә. Палеогеодинамика тектоник, металлогеник һ.б. процестарҙың тарихын тикшерә. Г. магнитометрик, сейсмометрик, гравиметрик тикшереү ысулдары, геол. моделдәр эшләү, геохимик үҙенсәлектәр файҙаланыла. Литосфера плиталары тектоникаһының һәм плюм-тектониканың теоретик нигеҙе иҫәпләнә. Г. геоморфология, геофизика, гидрогеология, вулканология, сейсмология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. БР‑ҙа Г. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Геология институтында алып барыла. Фанерозойҙа Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының палеогеодинамикаһы өйрәнелгән (Ю.В.Казанцев, Т.Т.Казанцева, М.А.Камалетдинов, В.Н.Пучков, А.П.Рождественский, И.Б.Серавкин). Көньяҡ Уралдың мәғдәнле райондарында палеовулканизм тергеҙелгән һәм ҡатламдарҙың фациаль анализы үткәрелгән; палеозойҙа Көньяҡ Уралдың Ер ҡабығы һәм файҙалы ҡаҙылмалары барлыҡҡа килеүенең геодинамик моделен эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла, Көньяҡ Уралдың палеовулканологик картаһы төҙөлгән (А.С.Бобохов, А.М.Косарев, Пучков, Серавкин, П.Ф.Сопко, Д.Н.Сәлихов), мәғдәнле формацияларҙың төбәк һәм урындағы фациялары өйрәнелә (В.А.Прокин, А.А.Захаров). Ер ҡабығының тотош бөгөлөүе һөҙөмтәһендә Көньяҡ Уралдың һәм шуға бәйле һөҙәк ташланмаларҙың веер һымаҡ системаһы барлыҡҡа килеү концепцияһы эшләнә (А.А.Скрипий һ.б.), урта-һуң палеозойҙың геодинамик шарттары күрһәткесе булған магматик формацияларҙың рәттәре айырып күрһәтелә (Сәлихов). Рифей-венд тиманидтар (доуралид) комплексы формалашҡандан һуң Уралдың үҫешен тарихи-геол. һәм геодинамик яҡтан тергеҙеү (А.А.Алексеев, Г.В.Алексеева, Пучков), Уралтау зонаһының сульфид мәғдәндәре барлыҡҡа килеүендә һәм геодинамик үҫешендә метаморфизм һәм метасоматоздарҙың әһәмиәтен асыҡлау (А.А.Захаров, О.А.Захаров) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.
Әҙәб.: Зоненшайн Л.П., Кузьмин М.И. Палеогеодинамика. М., 1992; Пучков В.Н. Палеогеодинамика Южного и Среднего Урала. Уфа, 2000; шул уҡ. Геология Урала и Приуралья (актуальные вопросы стратиграфии, тектоники, геодинамики и металлогении). Уфа, 2010.
В.Н.Пучков
Тәрж. Э.М.Юлбарисов