Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘББӘСОВ Әхнәф Ғәббәс улы

Просмотров: 1641

ҒӘББӘСОВ Әхнәф Ғәббәс улы [22.7.1928, БАССР-ҙың Бөрө кантоны Түбәнге Ласынтау а. (БР-ҙың Бөрө р-ны) – 20.6.2006, Өфө], анатом. Мед. ф. д-ры (1975), проф. (1977). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1986), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДМИ‑ны тамамлаған (1954), 1957 й. алып шунда уҡ эшләй: 1967—93 йй. кешенең нормаль анатомияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1982—84 йй. педиатрия ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре нормала, патологияла һәм экспериментта кешенең ҡан тамырҙары һәм һөлдә мускулдары анатомияһын, туҡымаларҙы тоташтырыусы ҡатламдарҙа ҡан һәм лимфа микроциркуляцияһының үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Ғ. тарафынан табандың ҡан тамырҙары төҙөлөшө, иннервацияһы һәм йәшкә бәйле үҙгәрештәре өйрәнелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Пути лимфоциркуляции синовиальных мембран коленного сустава. Уфа, 1987 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: