ЯҢЫРТЫП ЕТЕШТЕРЕҮ
ЯҢЫРТЫП ЕТЕШТЕРЕҮ, ниндәй ҙә булһа бер системаның — биол. (мәҫ., зат, популяция, экосистема) йәки соц. (мәҫ., индивид, ғаилә, ил) — өҙлөкһөҙ хәрәкәте һәм йәшәү процесын яңырта барыуы. Иҡтисадта Я.е. ябай, сикләнгән, киңәйтелгән булырға мөмкин һәм уға етештереүҙең ярашлы рәүештә үҙгәрмәгән, бәләкәйләнә һәм ҙурая барған (интенсив йәки экстенсив) масштабтарҙа яңыра барыуы хас. Матди байлыҡты һәм хеҙмәттәрҙе, эшсе көсөн (ҡара: Халыҡтың тәбиғи артыуы) һәм производство мөнәсәбәттәрен Я.е. билдәләнә. Я.е. сағылдырған иң мөһим күрһәткес булып тулайым эске продукт, төбәк иҡтисадында — тулайым төбәк продукты тора.
Башҡортостанда йәмғиәт продуктын Я.е. б‑са системалы тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлап тармаҡ‑ара баланстар эшләү сиктәрендә алып барыла. Тулайым йәмғиәт продукты һәм милли килем күләме (1982 й. ярашлы рәүештә яҡынса 25 млрд һум һәм 11 млрд һум) б‑са БАССР авт. һәм ҡайһы бер союздаш республикалар араһында тәүге урындарҙы биләй. Шул уҡ ваҡытта етештерелгән милли килем (матди етештереү өлкәһендә эшләгән бер кешегә уртаса союз кимәленә ҡарата 113% тура килә) файҙаланылған килемдән (уртаса союз кимәленә ҡарата йән башына 82%) күберәк була.
90‑сы йй. тулайым төбәк продукты һәм милли килем етештереү динамикаһы илдәге ижт.‑сәйәси һәм иҡт. хәлде сағылдыра; 1999 й. иҡтисадтың түбәнәйеүе тотороҡло үҫеш м‑н алмашына (ҡара: табл.). Респ. иҡтисадын Я.е. характеры терр. махсуслашҡан тармаҡтарҙың (нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, химия һәм нефть машиналары эшләү, электроэнергетика) сағыштырма өлөшө юғары булыуы м‑н билдәләнә. Төп фондтарҙыңкиңәйтелгән Я.е. була. 2011 йй. БР төп фондтарының тулы хаҡы йыл башына ҡарата — 1569,7 млрд һум, йыл аҙағына 1703,3 млрд һум тәшкил итә; 123,0 млрд һум ҡулланылышҡа индерелә, башҡа сығанаҡтарҙан 259,4 млрд һум алына.
Ҡ.Н.Йосопов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов