Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛЕЙБОЛ

Просмотров: 1594

ВОЛЕЙБОЛ (ингл. volley — осҡанда ҡаҡлыҡтырыу һәм ball — туп), спорт төрө, спортсылар ҡулдары, аяҡтары йәки баштары ярҙамында тупты бер‑береһенә ырғытып, уны селтәр аша ҡаршы яҡтың майҙанына йүнәлтергә ынтылған команда уйыны. Башҡортостанда В. б‑са беренсе секциялар Өфөлә 20 б. 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында “Динамо”, “Медик”, “Пищевик” һ.б. ДСО‑лар эргәһендә булдырыла. 1939 й. Өфөнөң “Медик” ДСО‑һының ирҙәр командаһы “Б” төркөмсәһендә СССР беренселегенең бронза призёры була. 1961 й. респ. ирҙәр йыйылма командаһы Урал һәм Себер кубогын яулай, РСФСР беренселегенең 1‑се лигаһына сыға. “Спартак” ДСО‑һы Рәсәй сове ты беренселегендә Өфөнөң ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы — көмөш (1969) һәм бронза (1968), ирҙәр командаһы көмөш (1972) призёр була. ӨАИ‑ның “Тантал” командаһы — вуздар араһында РСФСР чемп. (1985), “Буревестник” ДСО‑һы Үҙәк советы беренселегенең бронза призёры (1985), СССР‑ҙың авиация вуздары спартакиадаһы еңеүсеһе (1989). Профсоюздар спорт йәмғиәтенең ДЮСШ командаһы (Өфө) — Профсоюздар спорт йәмғиәтенең Рәсәй советы чемп. (1990, 1999), Рәсәй беренселектәренең көмөш призёры (1991, 1995); “Урал” волейбол клубы ДЮСШ — үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге еңеүсеһе (2013). “Динамо — БДАУ” ирҙәр командаһы — вуздар араһында Рәсәй чемп. (2011—12), “Б” юғары лигаһында Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2012). “Уфимочка” ҡатын-ҡыҙҙар волейбол клубы (ӨДНТУ) “А” юғары лигаһында чемп. була (2012), Рәсәй чемпионатының суперлигаһына сыға. “Урал” волейбол клубы — ирҙәр командаһы араһында суперлигала һәм “Челлендж кап” халыҡ‑ара турнирында Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 2013). Респ. В. б‑са Рәсәйҙең тәүге спорт мастеры — Р.Р.Кәримов (1997). БР волейболсылары араһында: В.Белотелов — СССР чемпионатының көмөш призёры (1955); М.Петрова — “Хеҙмәт” ДСО‑һының Үҙәк советы чемп. (1966—67), вуздар араһында СССР чемп. (1965—66), РСФСР беренселегенең көмөш призёры (1966); А.В.Зубков — үҫмерҙәр араһында донъя чемп. (1999), Бөтә донъя үҫмерҙәр уйындарының көмөш призёры (1998), Рәсәй Суперкубогын яулаусы (2009). Рәсәй йыйылма командаһының 2‑се составына — А.О.Филатов, М.Е.Максимов (икеһе лә — 2001), Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһына — Д.А.Бакулин, В.В.Пономарёв (икеһе лә — 1997—99), Рәсәй үҫмерҙәр (1998—99) һәм үҫмер спортсылар (2000—01) йыйылма командаһына Зубков инә. Өфөлә Рәсәй һәм Япония йыйылма командалары араһында халыҡ‑ара иптәштәрсә матч (1997), “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте Үҙәк советының финал ярыштары (2000), Рәсәй һәм Япония йыйылма командалары араһында Донъя волейбол лигаһы матчтары (2011) уҙғарыла. Респ. В. б‑са спорт мәктәптәрендә 60‑тан ашыу бүлек бар, уларҙа 12 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2011). 2001 й. алып БР В. федерацияһы эшләй. В. м‑н тренерҙар Ю.Н. Марамзин, Х.Р.Әмиров, Ә.Ә. Әсәҙуллин (барыһы ла — бөтә Союз категориялы судья), А.С.Абезгауз, В.Н. Багметов, Л.И.Бакулин, Н.Н. Долгодворов, А.Б.Коробов, Г.И.Луньков, М.И. Лысенко, А.С.Петраш, Л.П.Пьянов, Р.Г.Стуков, В.Я.Устименко һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019