ЯҢЫРА ТОРҒАН ЭНЕРГИЯ СЫҒАНАҠТАРЫ
ЯҢЫРА ТОРҒАН ЭНЕРГИЯ СЫҒАНАҠТАРЫ, өҙлөкһөҙ яңырып торған энергия сығанаҡтары. 2 төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә тирә‑яҡ мөхиттә кеше эшмәкәрлегенән тыш яңырған Я.т.э.с.: һыу ағымы, ел, Ҡояш нурланышы, Ер аҫтында барған химик реакциялар һәм радиоактив тарҡалыу; икенсе төркөмгә кеше эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булған Я.т.э.с.: көнкүреш һәм сәнәғәттең ҡаты ҡалдыҡтары, утын һ.б. инә. Ҡояш һәм ел — айырыуса арзан һәм экологик яҡтан таҙа энергия сығанаҡтары. 21 б. башына ҡарата Я.т.э.с. йылына яҡынса 3,6 трлн кВт•сәғ. (донъяла сығарылғандың 21%‑ы), ш. иҫ. беренсе төркөм — 19,5% (улар эсендә гидроэлектростанциялар — 18,1%), икенсе төркөм 1,5% электр энергияһы етештереүҙе тәьмин итә. Электр, йылылыҡ, механик һ.б. энергия төрҙәренә үҙгәртелгән яңыра торған сығанаҡтарҙың энергияһы космонавтикала (мәҫ., йыһан аппараттарын энергия м‑н автоном тәьмин итеү өсөн), а.х., коммуналь хужалыҡта һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда башлыса һыу ағымы энергияһы файҙаланыла. Өфө й. Павловка ГЭС‑ы, Ағиҙел й. Йомағужа ГЭС‑ы эшләй; 90‑сы йй. уртаһынан бәләкәй йылғаларҙың энергияһын ҡулланыу б‑са респ.
программаһын үтәү барышында дөйөм ҡеүәте яҡынса 1 МВт булған Мәсетле, Таналыҡ, Үҙән, Ыҫлаҡ ГЭС‑тары һ.б. төҙөлә. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. “Ветроэн” ҒПБ‑ның Башҡ‑н филиалында (Өфө) респ. 24 сәнәғәт пр‑тиеһы м‑н берлектә ҡеүәте 16 һәм 30 кВт булған ел энергетикаһы ҡулайламаларын етештереү ойошторола, улар РФ‑тан ситкә сығарыла. 2002 й. алып Туймазы р‑нында “Төпкилде” ел электростанцияһы (һәр береһенең ҡеүәте 550 кВт булған 4 ел энергетикаһы ҡулайламаһы) файҙаланыла.
Н.М.Цирельман
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов